Геройҙар дәүере
4 Август 2024, 13:30

“Еңеү – дөйөм маҡсат”

Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итеүе хаҡында түбәндәгеләрҙе һөйләне.

“Еңеү – дөйөм маҡсат”“Еңеү – дөйөм маҡсат”
“Еңеү – дөйөм маҡсат”

Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итеүе хаҡында түбәндәгеләрҙе һөйләне.

Район етәксеһе ике тапҡыр Запорожьеға гуманитар ярҙам менән эшлекле сәфәргә барған, унан тыш даими рәүештә гуманитар ярҙамды райондан яҡташтары дислокацияланған урындарға оҙата.

Илшат Әмир улы билдәләүенсә, гуманитар ярҙам яугирҙәрҙең һорауҙары һәм теләктәре буйынса формалаштырыла.

Мәҫәлән, беренсе сәфәрҙә йәрмәкәйҙәр яҡташтары үтенесе буйынса ике "буханка" УАЗ автомобиле, таҡта һәм йәшеренеү материалдары, селтәр-рабица, маскировкалау селтәрҙәре, эсәр һыу өсөн һауыттар, репелленттар һәм исемле посылкалары алып кигән.

Икенсе тапҡыр яугирҙәр өсөн рациялар, бензобысҡылар һәм башҡа эш ҡоралдары, фонарҙәр, маскировкалау селтәрҙәре, кимереүселәрҙән саралар, цинкланған бактар һәм туғандарынан күстәнәстәр алып барғандар.

Илшат Әмир улы билдәләүенсә, бындай сәфәрҙәрҙә иң мөһиме – яугирҙәр менән осрашыу:

– Улар менән аралашыу барышында уларҙың көр кәйефен билдәләйбеҙ һәм ихтыяждары тураһында туранан-тура беләбеҙ, һалдат көнкүрешен үҙ күҙҙәрбеҙ менән күрәбеҙ. Ошонан сығып, яугирҙәргә нисек ярҙам итә алыуыбыҙҙы хәл итәбеҙ. Мәҫәлән, күптән түгел яҡташыбыҙ – контракт хеҙмәтендәге хәрби – багги автомобилен һатып алыуҙа ярҙам һораны. Йәрмәкәйҙәр үтенескә ыңғай яуап бирҙе һәм июлдәге республика гумконвойы составында баггиға өҫтәп,  уға тағылма (прицеп) һәм портатив тепловизор ебәрҙе. Аҡса йыйыуҙа урындағы эшҡыуарҙар һәм ауыл хужалығы етештереүселәре ҡатнашты, - тип билдәләй ул. 

Район хакимиәте башлығы һүҙҙәренсә, махсус хәрби операция  зонаһындабулған хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам бер көнгә лә туҡтамай һәм бөтә район халҡы дөйөм еңеүгә үҙ өлөшөн индерә (нәски бәйләй, тушенка һәм башҡа консервалар әҙерләй, дарыу үләндәре йыя, гумконвойҙы формалаштырыуҙа финанс ярҙамы күрһәтә һәм башҡалар). Мәҫәлән, әлеге ваҡытта комплектлаусы материалдар һатып алыуға һәм автомобилде ремонтлауға аҡса бүлгән урындағы эшҡыуарҙар һәм ауыл хужалығы етештереүселәре инициативаһы буйынса сираттағы "буханка" УАЗ автомобиле махсус операция зонаһына ебәреүгә әҙерләнә.

Шулай уҡ районда “Пчелки” һәм “Здесь и сейчас” ирекмәндәр клубтары әүҙем эшен дауам итә. Улар маскировлау селтәрҙәре бәйләй, медицина яулыҡтары, түшәк кәрәк-яраҡтары һәм эске кейемдәр тегә, шифалы сәй әҙерләй. Башҡа райондарҙан һәм ҡалаларҙан ирекмәндәр менән координациялау һөҙөмтәһендә,  уларҙың гуманитар ярҙамы һалдаттарға, медицина роталарына һәм госпиталдәренә ебәрелә.

Һүҙен йомғаҡлап, Илшат Әмир улы шуны билдәләне: “Хәрбиҙәребеҙ беҙҙә ышаныслы тыл күрһен өсөн артабан да даими ярҙам итәсәкбеҙ. Еңеү – дөйөм маҡсат”.

Фото: “Ермекеевские новости”

 

 

“Еңеү – дөйөм маҡсат”
“Еңеү – дөйөм маҡсат”
“Еңеү – дөйөм маҡсат”
“Еңеү – дөйөм маҡсат”
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас