Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Август , 14:30

Ул Ватанын һуңғы һулышынаса һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булды

Башҡортостанда йәшәүсе Екатерина Драгуновская офицер һәм МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙең ҡатыны булыуҙың асылы хаҡында һөйләне. 

Ул Ватанын һуңғы һулышынаса һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булды
Ул Ватанын һуңғы һулышынаса һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булды

Яугир ғаиләһе – бәләкәй генә тормош утрауы, ә уның яҡындары – тыуған йорт менән бәйләгән ептәр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, быйыл ғинуарҙа хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булған гвардия майоры Евгений Драгуновский ҙа тап ошо хәҡиҡәткә ышанған.

Евгений Драгуновский Красноусольск ауылында тыуып үҫә. Ошо көндәрҙә офицерҙың туғандары, яҡындары һәм иптәштәре район үҙәгендә йыйылып, Евгений Сергеевичты иҫкә алдылар. Хәрбиҙең ҡатыны Екатерина Драгуновская “Башинформ” агентлығына биргән интервьюһында иренең хәрби бурысты бар нәмәнән өҫтөн ҡуйыуы хаҡында билдәләне.

“Илебеҙҙә махсус хәрби операция иғлан ителгәс, Евгенийҙың фронтҡа юлланыры көн кеүек асыҡ ине. Хәрби ҡатыны булараҡ, яҡшы аңлайым: кадровый офицерҙың бурысы – Тыуған иле ҡушҡанды үтәү. Әммә күҙ йәштәрһеҙ булманы. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, иремдең хәрби хәрәкәттәр барған биләмәгә барыуын теләмәнем, әлбиттә. Миңә Евгений былай тип яуапланы: “Үҙемдең хәрбиҙәремде – балаларымды кемгә ҡалдырайым? Мин улар менән бергә булырға тейешмен”. Бер ваҡыт шундай хәл булды: мин уға беҙ балалар менән һинең өсөн беренсе урында торорға тейешбеҙ, тигәйнем. Шул саҡта Евгений, ҡәтғи итеп, уның батальонында балаларҙың күп булыуы һәм ул, командир булараҡ, уларҙы әсәйҙәренә имен-һау ҡайтарырға тейешлеге хаҡында әйтте. Уның төп асылы тап ошолай ине, һәм ул һәр ваҡыт шундай булды”, - тип һөйләне Екатерина Драгуновская.

2012 йылда Евгений Драгуновский Төмән ҡалаһындағы инженер ғәскәрҙәре маршалы А.И. Прошляков исемендәге юғары хәрби-инженер команда училищеһын тамамлап, диплом ала. 2020 йылда Сүриәлә хәрби бурысын үтәй. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән “Төмән” позывнойы аҫтында инженер-сапер батальоны командиры булып хеҙмәт итә.

Комбат 2024 йылдың 21 ғинуарында – Инженер ғәскәрҙәре көнөндә һәләк була. Хәрбиҙәр ултырған автомобилгә бер ут һыҙығында дошман дрондары һөжүм итә. Евгений Драгуновский хәрбиҙәрен дошман уты аҫтынан алып сыға, әммә бер пилотһыҙ осоу аппаратының һөжүме комбат өсөн үлемесле була.

Екатерина Драгуновская әйтеүенсә, уның тормош иптәше, хәрби юл һайлауға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт изге күңелле, ярҙамсыл кеше була, һуғыштың аяуһыҙлығы уның күңелен ҡара һөрөм менән ҡапламай.  

“Бәлки, минең һүҙҙәрем субъектив яңғырар, әммә Евгений – иң һәйбәт кеше. Күңелемдә ул һәр ваҡыт наҙлы, һөйөклө ир-егет, аҡыллы атай, ышаныслы ул булып ҡаласаҡ. Өйгә ҡайтҡанында бөтә эш мәшәҡәттәрен тупһа артында ҡалдырыр ине, – тип иҫкә ала Екатерина Драгуновская. – Сүриәләге, Донбасстағы хәлдәр тураһында бик һирәк һөйләне, яҡындарын ундай мәғлүмәттәрҙән араларға тырышты. Киреһенсә, күберәк беҙҙең хаҡта, ул булмағанда нисек йәшәүебеҙ, нимәләр эшләүебеҙ тураһында һорашыр ине. Балалар менән ышаныслы тыл булырға тырыштыҡ. Евгений махсус хәрби операцияға юлланғанында: “Ғаиләм – бәләкәй генә тормош утрауы, ә һеҙ – ошо донъя менән бәйләгән ептәр”, – тигәйне. Хәрби ҡатыны булыу еңел түгел. Евгений – Тыуған иле алдында ант биргән офицер. Уның башҡа төрлө булдыра алмауын, Ватан саҡырыуына һәм уны аҙаҡҡаса яҡларға һәр ваҡыт әҙер булыуын белә инем. Евгенийҙың барлыҡ туғандары илгә хеҙмәт итеүҙең уның өсөн йәшәү мәғәнәһе булыуын аңлап ҡараны. Ҡул аҫтындағы егеттәрен дә ошоға өйрәтте. Әлеге ваҡытта Евгенийҙың иптәштәре минең менән һәр саҡ бәйләнештә, төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша. Бының өсөн уларға рәхмәт. Яуҙаштары килә, шылтыратып хәл белешә, ниндәй ярҙам кәрәклеген һорай. “Беҙ һеҙҙең менән, беҙ – бер ғаилә, һеҙ яңғыҙ түгел”, – ти улар. Миңә лә, Евгенийҙың ата-әсәһенә лә республика етәкселеге, Ғафури районы хакимиәте ярҙам итә. Йөрәгемдә Евгений хаҡында яҡты хәтер һаҡлайым. Эйе, ул яныбыҙҙа түгел, әммә уның тормош ҡиммәттәре йәшәй, ул буш вәғәҙәләр бирмәне, һәр ваҡыт маҡсатына ынтылды”.

Екатерина Драгуновская хаҡлы. 10 июндә ул уҡыған 3-сө Красноусол мәктәбендә тантаналы шарттарҙа Евгений Драгуновскийҙың “Герой партаһы” асылды. Уҡытыусылар балаларға батыр яҡташтары тураһында һөйләп, һәр ваҡыт шундай ҡаһармандарға тиңләшергә кәрәклекте билдәләне.

Сарала офицерҙың ауылдаштары, ата-әсәһе Любовь Николаевна  менән Сергей Иванович та ҡатнашты. Евгений Драгуновскийҙың ата-әсәһенә быйыл 26 июндә Ғафури районында үткән “Ер ҡото” республика фестивалендә лә оло хөрмәт һәм рәхмәт белдерҙеләр.

“Беҙ Евгенийыбыҙҙы онотмайбыҙ. Уның нимә хаҡына хеҙмәт итеүен һәм ғүмерен биреүен беләбеҙ. Ергә тиҙерәк тыныслыҡ килһен”, – тип өҫтәне Екатерина Драгуновская.

Сығанаҡ һәм фото: "Башинформ" агентлығы. 

Ул Ватанын һуңғы һулышынаса һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булды
Ул Ватанын һуңғы һулышынаса һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булды
Ул Ватанын һуңғы һулышынаса һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: