Махсус хәрби операция биләмәһенә эш сәфәре барышында көтөлмәгән осрашыуҙар, танышыуҙар ҙа булып ҡуя. Көйөргәҙе районы егете Тимур менән әңгәмәләшә торғас, уның өс йылдан ашыу Матбуғат йортонда эшләүе, беҙ нәшерләгән “Башҡортостан”ды һәм башҡа гәзит-журналдарҙы баҫыу менән шөғөлләнеүе тураһында белдек.
Ул бик алсаҡ, талантлы егет булып сыҡты, матур йырлай, спорт менән мауыға. Күмертау ҡалаһындағы әлеге ваҡытта Мортаза Рәхимовтың исемен йөрөткән 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында белем алыуы менән ғорурлана.
– Уҡытыусыларыбыҙ төплө белем биреү менән рәттән, беҙҙе рухлы, илһөйәр, бар йәһәттән үҫешкән шәхестәр итеп тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бүлде. Мәктәп йылдарында милли көрәш, гер күтәреү менән етди шөғөлләндем, уңыштарым да булды. Гимназияның командаһы менән республика ярыштарында лайыҡлы сығыш яһай торғайныҡ. Шулай уҡ бәләкәйҙән йырларға яраттым. Был һәләтем әсәйемдән бирелгәндер, тип уйлайым, сөнки ул бик матур йырлай. Гимназия-интернатҡа V класҡа уҡырға килдем. Беренсе йылда уҡ белем усағындағы йыр конкурсында ҡатнашып, Гран-при яуланым, – тип һөйләне “Муха”. Ул беҙгә лә бик матур итеп йырлап ишеттерҙе. “Яу ҡырында төрлө хәлдәр була, ауыр мәлдәр ҙә етерлек. Шул саҡтарҙа йыр нисектер күңелде күтәрә, рух өҫтәй”, – ти яугир.
“Муха” өлөшләтә мобилизация буйынса килгән. Ҡулына саҡырыу алғас, тамсы ла икеләнмәүе тураһында әйтте ул. “Ил саҡырғас, шулай кәрәк тип ҡабул иттем”, – ти үҙе.
Көйөргәҙенән алынған егеттәр бер взвод булып, бер-береһен ҡурсалап, һаҡлап йәшәргә тырыша. Уларҙың төп бурысы – оборона һыҙатындағы әҙерлек эштәре. Тимурҙан үҙенең һәм яуҙаштарының кәйефе, хәрби рух тураһында һораным.
– Йәшермәйем, тәүҙә өйрәнеп киткәнсе ауырыраҡ булды. Климатҡа, хәрби шарттарға яраҡлашыу күпмелер ваҡыт талап итте. Хәҙер инде күнегелде. Спорт яратыуым, мәктәп йылдарынан көрәш менән шөғөлләнеүем, шулай уҡ әрмелә хеҙмәт итеүем дә ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Бында егеттәр менән бер ғаилә, яҡын туғандар кеүек булып бөттөк. Сиратлап ҡыҫҡа ғына булһа ла ялға ҡайтып киләбеҙ. Бындай отпускыларҙан һуң күңелгә рәхәт, еңел булып ҡала. Яҡташтарҙың, республика етәкселегенең ҙур ярҙамын тоябыҙ, кәрәкле әйберҙәр гуманитар ылау менән килеп тора. Бының өсөн рәхмәт! Беҙ үҙ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ. Илде һаҡлау – ир-егеттәр бурысы, тип һанайым, – тине “Муха”.
Егетте тыуған төйәгендә – Көйөргәҙе районының Тау шишмәһе ауылында ата-әсәһе, бер туған ағаһы, һеңлеһе һәм яҡындары көтә. Әсәһе үҙ ҡулы менән яҙып биргән изге доғаны яугир һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтә. Ғәзиз кешеләрегеҙҙең доғалары, ихлас теләктәре һеҙҙе һаҡлап, яҡлап ҡына йөрөтһөн, яҡындарығыҙ янына именлектә, теүәллектә еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын, тигән ниәттә хушлаштыҡ Көйөргәҙе яугирҙәре менән.
В. УРАЗБАЕВ.
Запорожье өлкәһе.
Автор фотоһы.