Геройҙар дәүере
14 Август 2024, 14:50

М. Шайморатов һәйкәленә сәскә һалдылар

14 августа Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы Секретары вәкәләттәрен ваҡытлыса башҡарыусы, ил Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев һәм Радий Хәбиров ҡаланың тарихи үҙәгендәге йәмәғәт киңлектәрендә булды.

М. Шайморатов һәйкәленә сәскә һалдыларМ. Шайморатов һәйкәленә сәскә һалдылар
М. Шайморатов һәйкәленә сәскә һалдылар

Абруйлы ҡунаҡтар Ленин исемендәге паркта Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың һәйкәлен ҡараны. Скульптура 2024 йылдың 7 февралендә сәйәси эшмәкәрҙең тыуыуына 90 йыл тулыу хөрмәтенә асылғайны. Радий Хәбиров Мортаза Ғөбәйҙулла улының тыуған республиканың үҫешенә ҙур өлөш индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Совет майҙанында Владимир Якушев һәм Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алды һәм Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Радий Хәбиров 2022 йылдың 11 октябрендә асылған монументтың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне. Скульптура композицияһы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡаһарманлыҡ күрһәткән легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәм Ватан өсөн ғүмерен биргән барлыҡ ватандаштарға арналған. Һәйкәлдең авторы – билдәле Рәсәй скульпторы, сығышы менән Башҡортостандан булған Рәсәй художество академияһы академигы Салауат Щербаков.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас