Геройҙар дәүере
16 Август 2024, 05:00

Уттарға буталып алмалар яуғанда…

Мөнир Ҡунафин Махсус хәрби операция биләмәһенән юлъяҙма

Уттарға буталып алмалар яуғанда…Уттарға буталып алмалар яуғанда…
Уттарға буталып алмалар яуғанда…

– Улығыҙҙың янығыҙҙа булыуы, бер яҡтан, һәйбәт, икенсе яҡтан... Хоҙайым ҡушмаһын.

– Уныһы шулай инде. Минең батальонда 642 яугир. Уларҙың һәр береһе улым кеүек ҡәҙерле. Улыма бер ниндәй ҙә өҫтөнлөк юҡ, ул да башҡалар кеүек яуҙа. Уны йәлләп, һаҡлап торһам, ул бында, янымда, ултырыр ине. Ул поста, һәр һалдат күтәргән йөктө ул да йөкмәй. Әле бына биш көн күргәнем дә, тауышын да ишеткәнем юҡ. Әсәһе йышыраҡ хәбәрҙарҙыр уның менән. Борсолам инде, атай кеше лә бит әле мин. Хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, ул йәһәттән күңелем тыныс.

– Бер егет “армияға бармайым” тиһә, үҫеп килеүсе быуын илен яратмай, илен һаҡлауҙан баш тарта, тип лаф ора башлай­быҙ. Һеҙҙең улығыҙ – бында, иле өсөн утҡа инергә торған ярһыу йәш егеттәрҙе күп күрҙек. Йәштәргә ышанып ҡарарға тейешбеҙ, улар – беҙҙең киләсәк, шулай бит? Улығыҙ тураһында һорағым килә, шулай ҙа уны нимә алып килде икән бында?

– Бөгөнгө йәштәргә мин дә бик ышанып ҡарайым. Улар күпте белә, белгәндәрен тормошта ҡулланырға өйрәнә. Улар, беҙҙең быуын менән сағыштырғанда, тәүәккәлерәк тә кеүек күренеп китә ҡайһы саҡ. Улыма килгәндә, ул дүртенсе кластан һуң Ҡазанда Рәсәйҙәге иң һәйбәт Суворов училищеһына уҡырға инде, уны тамамланы. Ир-егет булып сыныҡты, рухы нығыны, ла­йыҡлы тәрбиә алды, илен, армияны яратырға өйрәнде. Минең арттан китергә, йәғни юрист булырға уйлағайны ла, һуңынан был уйынан дүнде. “Атай, илдә юристар бик күп, башҡа юлды һайлайым”, – тип Өфө дәүләт нефть-техник университетына юл тотто. Суворов училищеһындағы сынығыу йылдары бушҡа үтмәгән­дер, бөгөн яу ҡырында илен һаҡлай. Уның был ҡарары менән ғорурмын! Ҡыҙым Агата быйыл мәк­тәп­те тамамланы. Ҡайҙа барыр­ға йыйына, тип уйлайһығыҙ? Рязань хәрби десант училищеһына. Ә унда 12 генә ҡыҙҙы алалар. Тырыш, тинем инде, һинең һымаҡ хәрби булғым килә, ти ҙә ҡуя, һис тә теләгенән кире ҡайтарып булмай.

– Бында, Каховка һыу һаҡ­лағысы янына, нисек килеп урынлаштығыҙ?

– Хәҙер беҙҙең позицияны бер нисә саҡрымға һуҙылған хәрби ҡаласыҡ итеп күрәһегеҙ. Ул саҡта... тәүҙә бар полк Жанкой станция­һына тиклем поезда килде. Унда ҡоралландырҙылар, машиналарға тейәп алып та киттеләр. Бында окоп, траншея, блиндаждар юҡ ине. Тәүге өс көн урман һыҙатында, яланғас ерҙә йоҡлап йөрөнөк. Шунда уҡ туҡланыуҙы ойошторҙоҡ, йылы кейемдәрҙе Һарытауҙа уҡ биргәйнеләр. Мин ул ваҡытта штаб начальнигы инем. Өс көн урманда яттыҡ, батальон командиры полк командиры менән күрһәтелгән биләмәне ҡарап, тикшереп сыҡ­ҡандан һуң, беҙҙең оборона рубежы билдәләнде. Унан инде ҡулға көрәк тотоп, окоп-блиндаждар эшләп, позицияны нығыта баш­ланыҡ.

– Урынлашҡас та тыныс ҡына бул­мағандыр, атыу-шартлау, “прилет”тар...

– Килеп урынлашҡандың икенсе көнөнә үк “боевое крещение”, йәғни ут эҫеһен кисерҙек. Тәүҙә терәк пункттарҙы, сиктәрҙе билдәләп сыҡтыҡ. Ул саҡта дүрт рота ине, хәҙер күберәк. Роталарҙы урынлаштырып, йыһазландырып, бу­рыс­тарҙы аңлатып йөрөйбөҙ. Икенсе көнөнә “УАЗ”икта штабтың шәхси составы ярҙа урынлашҡан икенсе ротаға төшөп барғанда “обстрел”ға эләктек. Теге ярҙан осорҙолар ғына, 30 минут тирәһе ергә һылашып яттыҡ. Һуңынан ҡарағайныҡ, 24 “воронка”, йәғни снаряд төшкән соҡор иҫәпләнек. Барыбыҙ ҙа иҫән ҡалды. Аҡыллы етәкселек менән 2-се рота запас рубежға сығып өлгөрҙө,  “200-сө”ләр булманы.

– Һеҙҙең батальондың бөгөн төп бурысы, эше нимәлә? Шулай тип һораһаҡ, яраймы, был сер түгелме?

– Бая әйтеп үттем, беҙҙә дүрт мотоуҡсы­лар ротаһы, унан тыш айырым утты күтәрем­ләүсе һәм миномет батареяһы  роталары бар, БПЛА (пилотһыҙ осоусы аппараттар) взводы. Батальондың оборона һыҙатында ике рота Каховка һыу һаҡлағысының яры буйлап бара, икәүһе юлдарҙы һаҡлай. Ярҙағыларға дошмандарҙың һауа­нан, йәғни десант һөжүмен был яҡҡа төшөрмәү, теге ярҙағы хәрә­кәттәрҙән күҙ яҙҙырмай ҡарап, дөрөҫ баһалау һәм һәр һөжүмгә әҙер булыу шарты ҡуйылһа, юлдағылар иңендә иһә дошмандың оборонаны йырып инеү мөмкин­леген юҡҡа сығарыу бурысы тора. Был бурысты лайыҡлы рәүештә үтәйбеҙ. Бер аҙым артҡа сиген­мәйбеҙ. Бойороҡ була ҡалһа, алға барасаҡбыҙ. 

– Һеҙ бында булған йыл ярым эсендә һуғыш тактикаһы ныҡ үҙгәрҙеме?

– Күп үҙгәрештәр. Чечен болға­нышын күргән кеше булараҡ, унда­ғы менән сағыш­тырғанда ла, һуғыш алымдары бөтөнләй бер-береһенә оҡшамаған. Бындағы яуҙа тактика биш минут эсендә үҙгәрергә мөм­кин. Ингән саҡта контрбатарея, йәғни артил­лерия алышы ине. Хәҙер – пилотһыҙ осоусы аппараттар осоро. Ул тармаҡ үҫеш­кәндән-үҫешә бара. Башланған осоронда дошмандар был йәһәттән бер мәл беҙҙе уҙып та киткәйне. Хө­күмәттең һәм йәмәғәт ойошма­ларының тырышлығы менән берлектә хәл тотороҡланды, бөгөн ҡорамал­дар, БПЛА (осоусы аппараттар), РЭБ, РЭР, йәғни радиоэлектрон көрәш, разведка яйға һалынды, барыһы менән дә тәьмин ителгәнбеҙ. Армия техник һәм технологик йәһәттән йылдам үҫеш кисерә. Был үҙ сиратында юғары профессиональ кимәлдә эш итә белеүсе белгестәрҙең зарурлығына ла килтерә.

Килгәндә, әйтәм бит, дүрт мотоуҡсылар ротаһы ғына бар ине, ә хәҙер профессио­налдарҙан торған БПЛА взводы барлыҡҡа килде. Был яугирҙәр барыһы ла Донецкиҙағы ошо тармаҡ буйынса иң көслө академияла дәрес алған, үҙ эштәренең оҫталары. Иртәгә-бөгөн тағы ла алты профессионалды барып аласаҡбыҙ. Улар дошмандарҙың пилотһыҙ осоусы аппараттарын юҡ итә, үҙебеҙ­ҙе­келәрҙе осороп, уларҙы ҡыйрата. Таганрогтан ике минер-саперҙы барып алабыҙ ошо көндәрҙә. Профессионалдар, 5.45 ябай патрондан алып танктарға тиклем һүтәләр, заряд яһайҙар һәм “хохол”дарға осороп “бүләк” яһая­саҡтар. Ҡоралдар буйынса иҫ киткес үҙгәрештәр. Килгән саҡта 5.45 автомат биреп сыҡтылар, бар байлыҡ шул ине. Хәҙер нимә генә юҡ беҙҙең батальонда. Эре, бик алыҫҡа осороусы техникаларҙы әйтһәм, бар серҙе асырмын. Танк взводы ла бар беҙҙә. Секунд эсендә дошман һөжүмен кире ҡағыр ҡеүәткә эйәбеҙ. Алға барырға әҙербеҙ. Бойороҡ ҡына булһын! Һуғыш оҙаҡҡа һуҙыласаҡ, аҙағы күренмәй, тип һөйләйҙәр. Ышан­мағыҙ, мин күрәм: тиҙҙән Еңеү беҙҙең ҡулда бу­ласаҡ. Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ. Һал­дат­тарҙың теләге, ниәте изге, рухтары күтә­рен­ке. “Командир, ҡасан алға барабыҙ?” тип кенә торалар. Батальонда кем генә юҡ, депутат та, эшҡыуар ҙа, республикалағы төп китапхана директоры ла, дин әһеле лә, ябай ауыл егете лә бар. Улар түҙмәй, улар Еңеүгә сарсаған. Ә быныһы бигерәк тә мөһим.

– “500”-сөләр булдымы?

– Бында юҡ. Һарытауҙа әҙерлек осоронда берәү ҡасты, уныһы ла Башҡортостандан түгел, Сочиҙан ине. Тотоп кире килтерҙеләр. Мин үҙемдең яугирҙәремә ышанам, беҙ бер-беребеҙгә иңгә-иң, арҡаға-арҡа терәп алға барабыҙ!

– Эсеүселәр барҙыр?

– Була. Ҡайһы берҙәре түҙмәй, таба, эсә. Нервылары ҡаҡшай, өйҙән насар хәбәр алһа, шешәгә тотона. Замполит, позывнойы “Музей”, был йәһәттән эште ҡаты һәм аҡыллы тота. Китапхана эшләй, ыҡсым ғына мәсет, сиркәү төҙөп ҡуйҙыҡ. Төрлө темаға осрашып һөйләшеүҙәр ойоштороп та өлгөрә ул. Эскәндәрҙең дә шашып, “ҡылыс болғап” тәрбиәһеҙ ҡыланғандары юҡ. Эйе, халыҡ арыны, һалдаттар ҙа ныҡ арыны. Алда әйтеүемсә, беҙҙе Чечняға ебәргәндә лә ярты йылға командировкаға оҙаталар ине. Дөрөҫө шул, ярты йылдан ашһа, һәр кеше лә арый, сәбәләнә башлай. Ротация кәрәк, алты айҙан һуң ике-өс ай ял биреп алырға була. Ул саҡта күңелдәре тағы ла көрәйеп китер ине. Унан һуң уларҙы йыйып алып буламы һуң, тиҙәр. Була, улар бер-береһенә ныҡ ышана һәм бер-береһен ныҡ һағына.

– Был фекерегеҙҙе яҙырға яраймы ул?

– Әлбиттә. Мин белгәнемде һөйләйем. Әлеге мәлдә шәхси составты нимә тынысландыра, эйе, отпуск. Тәүге йылда 3-5 процент, йәғни 20-шәр яугирҙе ебәреп була ине, бөгөн күпме? (Комбат штаб начальнигына боролдо. Уныһы: “Бер юлы 80-85 яугир ялға ҡайта ала, йәғни шәхси составтың 15 проценты”, – тип яуаплай). Күрә­һегеҙ, бер ротаға яҡын яугир ял итә. Башлығыбыҙ Радий Фәри­товичтың хәстәре менән автобус алып ҡайта, алып килеп ҡуя. Бер ниндәй проблема юҡ. Ҡайтып тынысланып киләләр. Бер кемдең дә тәртип боҙоп, кире килмәй ҡалғаны юҡ.

Үҙемдән беләм, Чечняла саҡта эй өйгә ҡайтҡы килә торғайны. Ярты йыл үтте, ҡайтам, тип һөйө­нәм, шулай уҡ... ә унда чечен дуҫ­тар ҡала, бик һәйбәт халыҡ, кү­ңелгә шулай уҡ ҡыйын. Беҙ улар менән бөгөн дә бәйләнештәбеҙ, һағынам уларҙы. Бында һалдат­тарыма әй­тәм, эйе, арығанһығыҙ, оҙаҡламай Еңеү менән дә бөтөр бындағы мәхшәр, ҡайтырһығыҙ һәм... күп­ме­лер мәлдән һуң ошон­дағы яуҙаштарығыҙҙы, коллективты, мөхитте һағынасаҡһығыҙ. Кеше күңелдәрен аңлауы ла ауыр.

– Ошо йыл ярым эсендә иң ауыр көн, минут-сәғәтегеҙҙе иҫләгеҙ әле, мөмкин булһа.

– Минут... Тәүге “200”-сөләр, тәүге һуғыш ҡорбандары булған көн. (Комбат тынып ҡалды, уф, тип ҡуйҙы). Яр буйында минаға баҫып шартланылар. Берәүһен ҡотҡа­рырға тырышып ҡараныҡ, тик... ҡулда һәләк булды. Иң ауыр минуттар, ҡурғаш кеүек ауырҙар. Тағы ла уларҙы машинаға һалып оҙатҡанда ҡыйын. Яңыраҡ бер “200-сө”нө, өс “300-сө”нө оҙаттыҡ. Йәш егеттәр. Берәүһе аяғын өҙҙө­ргән, икенсеһенең өс балаһы... Ауыр инде. (Ҡорос йөҙлө комбат тауышында бер ни һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, күҙлеген бер нисә тапҡыр төҙәткеләп ала, ҡулдары ҡалтырап киткәне һиҙелеп ҡала. Командир ғына түгел, атай ҙа шул).

– Бындай ауыр мәлдәрҙә командир булараҡ үҙегеҙҙе нисек тыныслан­дыраһығыҙ? Йыр­лай­һығыҙмы, кемгәлер шылты­ратаһығыҙмы? 

– Бәлки, мин дөрөҫ тә әйтмә­йемдер: ниндәй генә хәлдә лә йөрәгеңә яҡын алма. Миңә һығы­лып төшөргә ярамай, мин – командир, миңә эшләргә, етәкселек итергә кәрәк. Шулай уҡ юғалтыуҙар булмаһын өсөн дә. Алға барырға кәрәк, туҡтарға ярамай. Мин яугирҙәремә маяҡ, өлгө, улар миңә ышана! Илем миңә ышана – мин быны һис тә онотмайым, шуға ҡайғынан да, ауырлыҡтан да бөгөлөп төшмәйем. Ҡайғылы, ауыр мәлдә йыр йырламайҙар.

– Яугирҙәрегеҙ менән ғорур­ланаһығыҙмы?

– Ил саҡырған – улар бында! Ошо биләмәлә булған өсөн дә улар менән һоҡланырға, ғорур­ланырға мөмкин. Бында яҡшылар, насарҙар юҡ, бында барыһы ла герой. Ниндәйҙер етешһеҙлектәр, аңламаған аҙымдар килеп сыға икән, улар төҙәтелер, сөнки һал­даттар бергә һәм берҙәм рәүештә оло бурыс атҡара. Минең уландарым бер ҡасан да иленә лә, киләсәккә лә хыянат итмәйәсәк, быны ышаныс менән әйтә алам. Был ғорурлыҡ түгелме ни?!

– Командование һәм шәхси состав мөнәсәбәте хаҡында һорағым килә. Бында коман­дир­ға – командирмы, әллә батя-атай булыу яҡшыраҡмы?

– ППД, йәғни даими дислокация пунктында, казарма-башҡаһы булған урында, ҡаты тәртип кәрәк саҡта талапсан командир булыу отошлолор, ә бында отделение, взвод, рота, батальон командирына тиклем барыһы ла атай-әсәй­ҙәрсә хәстәрлекле мөнәсә­бәттә булырға тейеш. Барыһы ла ябай, ихлас һәм эскерһеҙ. Әлбиттә, устав сиктә­рендә. Унан һуң, батальондың 75-80 проценты – Башҡортос­тандан. Күбеһе яҡ­таш, туған, тигәндәй. Әйтәм бит, бында минең үҙ улым, үҙ ҡаным менән бергә тағы ла 642 улым яу йөгөн тарта.

– Һалдаттар һеҙҙе яратып кем тип йөрөтә?

– Комбат.

– Арҡағыҙҙың ныҡ икәнен, тылдың ярҙамын тояһығыҙҙыр?

– Башҡортостан етәкселегенә лә, халҡына ла ҙур рәхмәтлебеҙ. Яугирҙәр нимә һорай – барыһы ла килеп тора. Район хакимиәте башлыҡтары, депутаттар гумконвой менән үҙҙәре лә килә, был һалдаттарға көс һәм дәрт өҫтәй. Ата-әсәһенең хәстәре булһынмы, ғаиләлә берәй хәсрәт килеп сыҡһынмы – барыһы ла тиҙ үк хәл ителә. Берҙәмлектә көс тигәндәре ошолор. Әллә ниндәй ҡеүәтле ҡоралдарың, әллә ниндәй батыр улдарың булмаһын, әгәр ышаныслы тыл булмаһа, Еңеүҙең таты ла, бөйөклөгө лә булмаясаҡ. Еңеү байрағын беҙ бөтәбеҙ бергә ҡулға тотоп, алға барырға тейешбеҙ.

Һуғышҡа тиклем үҙ тормошо­боҙҙа, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡай­нап йәшәнек. Ә ошо һуғыш Рә­сәй­ҙең бар халҡын берләштерҙе. Хәҙер беҙ – дошманды дөмөк­төрөр бер йоҙроҡ. Өйөмә ҡайтҡан саҡта дуҫтар, тағы ла мобилизация бул­һа, беҙ ҙә яу яланына ба­расаҡбыҙ, ҡорал алып дошман­дарҙы ҡыра­саҡбыҙ, тиҙәр. Мин, юҡ, беҙ еңеп ҡайтырбыҙ, ә һеҙ станок, эш өҫтә­легеҙ янында, ба­ҫыу-яландарҙа Еңеүҙе яуларға ярҙам итегеҙ, тимен. Беҙ һуғышта ҡан һәм ғүмер биреп алға барған кеүек, тыл да – фронт ул. Хеҙмәт, тир, фиҙакәрлек менән һуғарылған фронт.

– Тимәк, һуғыштың файҙаһы ла бар?

– Халыҡты берләштереү йәһә­тенән – эйе. Нисә йылдар буйы Көнбайыш тарих төпкөлөнән килгән ҡиммәттәрҙе юҡҡа сыға­рыр­ға, йәмғиәтебеҙҙең гуманистик нигеҙ­ҙәрен серетергә, йәштә­ребеҙҙең рухын һындырып, бер­ҙәмлеген тарҡатырға тырышты. Ниһайәт, уға юл ябылды, туҡта­тылды. Баҡһаң, беҙ шул тиклем берҙәм һәм көслө икәнбеҙ, бар донъяға тағы ла таныттыҡ шуны.

– Дошманға мөнәсәбәтегеҙ нисек?

– Уларға үсем дә, нәфрәтем дә юҡ. Ихтирам менән ҡарайым. Дошманына хөрмәт менән ҡараған һәм уларҙың көсөн дөрөҫ баһалаған командир һәр саҡ еңеүгә өлгәшә. Еңеү менән ҡайтырбыҙ!

Дауамы. Башы Уттарға буталып алмалар яуғанда... (bashgazet.ru)

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас