Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» төбәк фонды хеҙмәткәрҙәре бала табыу йортонан һәләк булған МХО ҡатнашыусыһының яңы тыуған ҡыҙын ҡаршы алды.
Социаль селтәрҙәрҙә фонд етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һөйләүенсә, 14 августа республика перинаталь үҙәгендә Карина исемле сабый донъяға килгән. Ә кисә әсәһе Елена менән бергә уларҙы өйҙәренә ҡайтарғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы быйыл февралдә махсус операцияла батырҙарса һәләк булған. Беҙ шунда уҡ ғаиләне үҙ ҡарамағыбыҙға алдыҡ. Бөтә ҡаралған федераль һәм төбәк ярҙам сараларын улар тулы күләмдә ала.
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының Башҡортостан Республикаһындағы командаһы геройыбыҙҙың ғаиләһенә һәм ата - әсәһенә ярҙам итә», - тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.
"Моя Уфа" каналынан.