Сибай концерт-театр берекмәһе “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең йәш бейеүсеһе Данир Хәмзин ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда өйләнде. Быйылғы йыл Данир өсөн ҡыуаныстарға бай булды. Йылайыр районы егете март айында алғы һыҙыҡтан ялға ҡайтҡанында һөйгән йәре Гүзәлиә менән никахлашты. Шулай уҡ “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеменә лайыҡ булды.
Данир Хәмзин ике йыл элек коллегалары менән бергә өлөшләтә мобилизацияға эләккәйне. Әлеге көндә ул алғы һыҙыҡта неофашизмға ҡаршы көрәшә.
- Кәләшем менән ике йыл элек Илнар һәм Фидәлиә Хәтмуллиндарҙың туйында ныҡлап дуҫлашып киттек. Ваҡыт беҙҙе һанағас, Тыуған ил һағына баҫтыҡ. Биш бейеүсе бергә инек, ҡыҙғанысҡа күрә, икәүбеҙ һәләк булды, - ти “Хәмзә” позывнойлы яугир. - Шулай ҙа яҡшыға өмөт итәбеҙ, еңеү яулап ҡайтырыбыҙға ышанам. Сибай концерт-театр берекмәһе етәкселеге беҙгә матди яҡтан да, рухи яҡтан ныҡлы ярҙам күрһәтә. Был юлы ла дрон, дронға ҡаршы ҡоролма һатып алып бирҙе. Хәрби заданиеларҙы үтәгәндә улар ныҡ кәрәк. Рәхмәт барыһы өсөн дә!
Данир Хәмзиндең яуҙа күрһәткән батырлығы “IV дәрәжә Святой Георгий” ордены, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән баһаланған.
Яугирҙең кәләше Гүзәлиә Бөрйән районы ҡыҙы. Ул Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжын тамамлаған. Әлеге ваҡытта Себер тарафтарында нефть-газ компанияһында эшләй, ситтән тороп юғары уҡыу йортонда белем ала.
-Данир махсус хәрби операцияға киткәнгә ҡәҙәр уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Әммә быйыл яҙ ғына өйләнешеү насип булды. Данир ваҡытлыса ялға ҡайтһа, уға өйрәнеп ҡалам да, китер ваҡыты етһә айырылышыуы ныҡ ҡыйын. Башҡаса әмәл юҡ, тыным менән һурып алырҙай булһам да түҙәм, көтәм,- ти йәш кәләш.
Нисек кенә булмаһын, тормош дауам итә, йәштәр ғаилә ҡора. Тиҙерәк донъяла тыныслыҡ, именлек урынлашһын да ир-егеттәребеҙ бырыһы ла имен-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһын!
Текст сығанағы һәм фото: Гөлдәр Ҡадаева