Геройҙар дәүере
23 Август 2024, 13:30

Уттарға буталып алмалар яуғанда...

Махсус операция биләмәһенән юлъяҙма

Уттарға буталып алмалар яуғанда...Уттарға буталып алмалар яуғанда...
Уттарға буталып алмалар яуғанда...

Дрондар һуғышы

Шулай икән, ә әлегә “Башҡорт[1]остан” полкының РМО-ға, йәғни матди тәьминәт ротаһына килеп һыйындыҡ. Улар ҡалын ҡарағай урманында урынлашҡан. Алғы һыҙыҡтан бер аҙ ситтәрәктәр. Тәү ҡарашҡа ҡәҙимге урман инде, бейек олондары менән еңелсә генә иҫкән елгә лә күк йөҙөн тегеләй-былай һыйпап-ҡытыҡлап торған ағастар, улар араһында таҡырайып киткән юлдар, асыҡ урындар бар.

Ипләңкерәп ҡараһаң, һәр ерҙә блиндаждар, башҡа ҡоролмалар, маскировка селтәрҙәре, йәшел ботаҡтар менән ҡапланған техниканы ла шәйләргә була. Ҡайҙа ҡарама, һалдаттар мәж килеп йөрөй, һәр береһе нимә менәндер шөғөлләнә. "Бында тынысыраҡ", – тинеләр. Илдарға: “Һуғыштың ҡайнар эҫеһендә йөрөгән егет кәрәк”, – тигәс, “Табабыҙ”, – тип яуап бирҙе. Ул егет “Солтан” ине, исеме – Алик, Ишембай районынан. Ысынлап та, ул солтандай егет булып сыҡты. Илдар һорағас, Кременной яғынан беҙҙең янға елеп килеп тә етте. Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге 3-сө батальондың медицина взводы командиры.

Машинанан килеп төшкәс тә, ҡулындағы байлығын күккә күтәреп: “Ҡарағыҙ!” – тине буйға артыҡ бейек булмаған егет. Кәүҙәгә ҡалын шулай ҙа, ергә ныҡ баҫып торғаны һиҙелә. Һаҡал баҫҡан йөҙө май ҡояшылай балҡый, түшендә миҙал ялтырай. Ҡалай был үҙен артыҡ иркен тота, тип уйлап алам. “Үҙем бәреп төшөрҙөм”, – ти ишеү, ҡуҡырая биреп. Ә уның ҡулында квадрокоптер ине. Эйе, дошмандыҡы. Трофей. Уны ул Илдарға бүләк итте. “Ҡайтҡас, берәй хәрби музейға тапшырырһың”, – тип йылмайып ҡуйҙы.

Һуңынан һөйләне:

– Лазаретҡа осоп килә ине, сыҡтым да төҙәп тә торманым, бер сират бирҙем, килеп тә төштө. Яндыра ине. Термобарический был. Бер тоҡанһа, һүндереп булмай үҙен, бер әшәке нәмәкәй. Яралылар капут була ине, малай. Ниндәйҙер ҡөҙрәт килдеме, һиҙемләүме, үҙем дә аңламай ҡалдым, килеп сыҡтым да атып бәрҙем. Шап итеп килеп тә төштө. Был беренсе генә түгел, яланда бер нисәне бәреп төшөргән бар. Илдарға вәғәҙәләгәйнем, килтерҙем.

Илдар менән улар ҡосаҡлашып бер булды.

“Солтан” Вәдүткә ҡарап торҙо ла:

“Мин һеҙҙе таныйым”, – тине. – Журналистар хужаһы бит ул, уны ярты республика таный, – тип шаяртмаҡсы булам, таптың хәбәр, йәнәһе.

 – Ул беҙҙең гимназияла уҡытты, төҙ генә баҫып, бәһлеүән кәүҙәһе менән коридор буйлап үткәне күҙ алдында. – Бик һүҙсән генә булып сыҡты яңы танышыбыҙ.

– Ба-а, ишембайский, интернаттанмы? – тип Вәдүттең күҙе шарҙай булды. Эйе, ул хеҙмәт юлын Ишембай ҡалаһындағы гимназия-интернатта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлаған бит.

– Эйе, – тип йылмая яугир. – Тик һеҙ беҙгә инмәнегеҙ. Беҙҙе уҡытыуығыҙҙы бик теләгәйнек тә... Өлкән ағайыбыҙ кеүек күрҙек.

Тағы ҡосаҡлашыу.

– Ҡарасәле, ҡайҙа килеп осраштыҡ. Уҡыусым минең, – тип Вәдүт сабыйҙарса ҡыуанды.

Дрон-камикадзены ентекләп ҡарайбыҙ. “KRA KEN город УР” тип яҙылған. Аңлашыла, украиндарҙың разведка-диверсия махсус подразделениеһы, иң яуыздары, ишеткән бар. Шунда уҡ фашистарҙың свастика билдәһе лә төшөрөлгән. “Чем можем – тем поможем” тип яҙғандар. Дүрт пропеллер уртаһында бәләкәй тубус, аңлауымса, шуның эсендә янғын булдырыусы шыйыҡса булған.

– Кракендар улар – башкиҫәрҙәр, “Азов” кеүек инде. Шыйыҡсаһы блиндаж, йорттарҙы яндыра тор[1]ған. Шартлата торғаны ла була. Уныһын да атып төшөргән бар. Тик бында алып килеп булмай бит инде, булыр унан ба-бах, – тип рәхәтләнеп көлә.

“Эмир” позывнойлы яҡташым – сығышы менән Ғафури егете Рәмил һүҙгә ҡушыла. Ул бында тәьминәт ротаһы командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары. Иҫ киткес ихлас, ышаныслы яугир, асыҡ һәм киң күңелле. Ул беҙҙе ҡаршы алды, ашатты, һалдаттар менән күрештерҙе.

– Бында, анау күрше ауылда, бер нисә көн дрон-камикадзе ҡаҡшатты. Яҡшылап күҙәтеп ҡараһалар, ошо ауылдан осорғандарын шәйләп ҡалғандар. Эйе, шул ауыл кешеһе, үҙе эшләп, беҙҙең һалдаттарға ҡаршы осороп ятҡан, йүнһеҙ, диверсант. Рәсәйгә сығып материалдар алып, ауылында камикадзе эшләп, беҙҙекеләрҙе шартлатмаҡсы булған. Ингәндә, йәғни өйөнә ҡайтҡанда, блокпостарҙан үткәндә багажнигын асып: “Үҙебеҙҙең һалдаттарға ярҙам итәм”, – тип анлатҡан ишеү. Шартлата алманы, ике осорғанмы, бәреп төшөргәндәр. Араларында шундай йүнһеҙҙәре бар.

Дрондар тураһында ла бер аҙ ентекләп яҙып китәйем, уныһын да баяғы “Журналист” дуҫым һөйләгәндәрҙән.

– Дрондар, камикадзе, БПЛА, пилотһыҙ осоусы аппараттар – күп улар. Иртән торғас, блиндаж ишегенә киләһең дә ҡолағыңды тырпайтып, “ҡайҙа бызылдай, тимер ҡоштар осоп йөрөмәйме?” тип тыңлайһың. Тауыш булһа, йәшеренеп тораһың. Позицияны белдермәҫ өсөн уға атмайһың, шым, күренмәй генә ҡалыуың хәйерле. Тәү мәлдә шулай ине, ә хәҙер улар күбәйҙе, шуға бәреп төшөрөү яғын ҡарап ҡына торабыҙ. Төнөн “бабаюшка”лар (“баба-яга” тиҙәр, ҡыҙыҡ яңғырай шулай ҙа) килә, ҙур дрондар, шуларҙы бәреп төшөрөр өсөн пулеметтар әҙер генә тора. Иң тәүҙә “разведчик” килә лә өҫтә, бейектә, йөҙөп йөрөй. Күҙәтә, шунан ул объектты күрһә, контролдә тотоп, камикадзеларҙы индерә башлай. Иртән, көндөҙ камикадзелар менән “уйнайбыҙ”. Төн етһә, ҡыҙҙар түгел, беҙгә “әбейҙәр” килә, – тип көлә Рафиҡ дуҫ. – Төрлө яндыра торған шыйыҡсалар менән шаярғандарын “термобарический” тип йөрөтәләр. Һибә лә китәләр. Беҙҙең блиндаждарҙы шуның менән яндырырға тырышалар. Тәүҙә эскә инә, шунан төшә лә яна. Һүндереүе бик ҡыйын. Профессионал эшләгән ҡоралдарға оҡшамаған ул.

Быларҙың күбеһе – ҡулдан йыйылған әйберҙәр, тип үҙемдең дә төрлө сығанаҡтарҙан уҡығаным бар. Камикадзеларҙы Украинала һәр подвалда эшләйҙәр, тип тә яҙалар. ЗD принтерҙа һөлдәһе баҫыла, шунда дүрт бәләкәй двигатель һәм көслө батарея ҡуйыла. Аҙаҡ инде гранатометтың зарядын, “морковка” тип йөрөтә уларҙы яугирҙәр, беркетәләр ҙә осоралар. Танкты шартлатыу ҡеүәтенә эйә улар. Мобиктар бар. Уларға граната бәйләйҙәр, кешенең ҡайҙа торғанын йә ятҡанын күрәләр ҙә, шул тапҡырға ысҡындырып төшөрөп тә ебәрәләр. Ҙур ҙа түгел, ләкин бер нисә граната һөйрәп оса ала мобик.

Кеше аҡылы икенсе кешене үлтерер өсөн нимә генә уйлап тапмай, тип аптырап уйланып ултырам.

– Дошман тактикаһын ныҡ үҙгәртте, – тип дауам итә "Журналист". – МХО башланғанда күктә һуғыш һирәк барҙы. Хәҙер башты күктән алмайбыҙ, тип әйтергә була. Беҙҙә лә бар ул дрондар, шулай ҙа мобиктарға һәм РЭБ-ҡа ҙур ҡытлыҡ кисерәбеҙ. АҠШ эттәре нығытмаларында ултыралар ҙа, ҡайҙа хәрәкәт бар – дрондарҙы шунда осоралар. Дрондар блиндаждарға осоп килеп инә, окоптар буйлап та, ағастар араһынан да осоп йөрөй. Алғы һыҙыҡта дрон бер кешегә “һунар” итеүе лә мөмкин. Иғтибар итһәгеҙ, беҙҙең машиналарҙың башына панцирь ҡуйылған. “УАЗ”-иктар, мәҫәлән. Дрон ана шул панцирға килеп бәрелә лә машинаға ныҡ зарар килмәй, йәғни шартлап өлгөрмәй. Дрондарҙың бөтәһе лә алғы һыҙыҡтан ғына килмәй ул. Бында, тылда ла, диверсия төркөмө ебәреп ултырыуҙары ла мөмкин.

Бөгөн яу яланы компьютерҙағы һуғыш, атыш, танктар алышы ише әшәке уйындарҙы хәтерләтеп ҡуйҙы миңә. Тик уйынды яңынан башлап, яугиргә тағы өҫтәмә ғүмер биреп була. Ә бында...

Аулаҡҡа китәбеҙ

Башҡа һалдаттарҙан айырылып, “Солтан” менән төпкәрәк, урман араһына үтәбеҙ. Бер кем дә ҡамасауламаһын өсөн. Аулаҡта, иркендә, рәхәтләнеп, асылып һөйләшер, серләшер өсөн. Тик йүгәнһеҙ ел генә беҙгә эйәреп һелтәй. Беҙҙең менән, баяғы бүләген һөйрәп, Илдар ҙа эйәрә. Яйлап ауып ятҡан бүрәнәгә ҡунаҡлайбыҙ. “Солтан” ысын мәғәнәһендә алсаҡ кеше, батыр ир, изге күңелле табип булып сыҡты. Шуныһы ҡыуаныслы: һөйләшеү алдан уҡ йәнле барҙы, яңы танышым асылды, эсендәген бер тынала сығарып һалды. Беҙҙең һөйләшеүҙе, әлбиттә, уның кеҫәһендәге рация бер нисә тапҡыр бүлдерҙе – взвод командирынан ярҙам да һоранылар, айырым бурыстар ҙа ҡуйып өлгөрҙөләр. егетебеҙ, үҙ артынса яуҙаштарына бойороҡ биреп, мәсьәләне аңлата һалды. Шул бүленгән арала әңгәмә ҡайҙа өҙөлгән шул ерҙән, фекер ебен юғалтмай, артабан дауам итә алыуы ла һоҡландырҙы. Тимәк, ниндәй генә хәлдә лә зиһене сыуалмай, хәлде аныҡ һәм айыҡ килеш аңлап ҡарар ҡабул итә был, тип уйлап алам.

Тағы шуныһы, ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән дә бында, республикала, тыуған йортонда, кафела аралашып ултырғаным бар. Уларҙы был мөхиттә асыуы ауыр, өйҙәрендә уларҙың МХО хаҡында артыҡ һөйләшкеһе килмәй, ә бына бында, яу яланында, снарядтар тауышы ишетелеп, һауала һөрөм еҫе танауҙы ҡытыҡлағанда яугир үҙ йортонда, үҙ посында булғанда “эше” хаҡында һөйләй, аңлата, эс серҙәрен уртаҡлаша. Шуға ла мин ошондай сәфәргә юлланам да инде.

24 февралдә, махсус операция башланған көндә, “Солтан” өйҙә була. Владимир Путиндың сығышын радио аша ишетә. Был көндө көтә ул, яңылыҡтарҙы ҡарап барып, махсус хәрби операция башланасағын яҡынса төҫмөрләй.

– Тураһын әйтәм, хәбәрҙе ишеткәс тә, мин барасаҡмын, тип уйланым. 8 Мартта әсәйҙе ҡотларға Иҫке Сәйеткә ҡайтҡайныҡ, әсәй шунда уҡ: “Сығып китмә, һинең холҡоңдо беләм”, – тип күңеле менән һиҙеп ултырҙы.

Егет әрме хеҙмәтендә була, шәп хеҙмәт итә, армияны, ундағы тәртипте, үҙ-ара “брат”тарса мөнәсәбәтте яратып ҡайта. Мурманскиға моряк итеп алып китергә тейеш булалар, тик ул саҡта яңы ғына тыуған сабыйҙары була, ә хәрби тәртип буйынса йәш атайҙар ғаиләһенән алыҫта хеҙмәт итергә тейеш түгел икән.

– Бала булғас, йыраҡ ебәрмәнеләр, Тоцкиға эләктем, Мотоуҡсылар бригадаһында тәүҙә өлкән атыусы (старший стрелок) булып башланым, бер айҙан отделение командиры итеп ҡуйҙылар, һуңынан сержант булып киттем. Армияны яраттым, үҙемде унда мин, нисек әйтәйем, ну күктә осҡан бөркөт кеүек хис иттем, иркенлек тойҙом. Хеҙмәттәштәр менән туғандарса, иңгә-иң терәп хеҙмәт иттек. Армияла барыһы менән уртаҡ тел табыу, аңлашып йәшәү, эшләү – шулай уҡ ҙур һөнәр ул. Ирҙәр эше. Ярты йыл Һамар өлкәһендәге Рощинскийҙа хеҙмәт иттем.

Бала саҡтан хеҙмәт яратып үҫә шуҡ малай. Үҙе әйтмешләй, унан эш үҙе ҡурҡа. Ауылда тыуып үҫкәс, бар һөнәр ҙә ҡулынан килә, соҡорон да ҡаҙа, бесәнен дә саба, бураһын да бурай. Батырлыҡ һәм тәүәккәллек барыбер ҙә йә ҡанда була, йә бала саҡтан һалына. Балта, һәнәк тә тота, кәрәк икән, мылтыҡ аҫып, һунарға ла сығып китә Алик. Атаһы, олатаһы менән айыуға, мышыға һунарға, һуйыр туйына сыҡҡан саҡтарын бөгөн һағынып иҫләй ул.

– Атыуҙан бигерәк мәҙәге шәп ине. Һунар бит ул – үҫмер егет өсөн иң тәүҙә сынығыу мәктәбе. Көтөү, һуңынан атып алыу эстә батырлыҡ, тотороҡлолоҡ тәрбиәләй.

Дөрөҫ әйтә яугир. Көтөү. Ҡурҡыныс килеүен лайыҡлы көтә белеү. Иң ауыры – көтөү, үҙ-үҙеңде өтөү, мең уйҙар, мең һынауҙар үтеү. Шунда ғына кеше сыныға. Көтөү, ҡурҡынысты, йәғни йыртҡыс айыуҙың килеп сығыуын көтөү һәм, көтөп алғас, уны һин еңергә, ауҙарырға тейешһең. Ауҙармаһаң, ул һине өҙгөләй. Шулай рухын нығытып үҫә егет. Ә инде төнгө усаҡ янында әкрен генә мылтығын таҙартып, төрлө тарих һөйләгән атай-олатай янында үҙеңде ысын ир күреп ултырыу, ай-һай, шәп тә инде.

– Шуға махсус операция башланғас та минең егеттәр янына барғым килде. Мин ҡурҡыныстан, ауырлыҡтан ҡурҡмайым, киреһенсә, уның күҙенә тура ҡарап барам. Был – минең стихия. Хәрби контракт төҙөп, әҙерлек курстарына ҡайҙа барып төштөк, беләһеңме? Эйе, Рощинскийға. Мин үҙемдең тыуған еремә ҡайттыммы ни, таныш урындар, таныш карауаттар, тигәндәй. 2023 йылдың июнендә тәүҙә – Алкинола, һуңынан Рощинскийҙа күнекмәләр үттек. 8 августа бында килдек, – тип көлөп, дәртләнеп китеп һөйләй “Солтан”.

“Интернатский” ул

Уның кешеләрҙе яратыуы, ихлас аралашыуы интернатта тәрбиәләнеүенән килә. Үҙем “интернатский” булғас, беләм. Унда ла әрме кеүек бит ул – ҡаты режим, ҡаты тәртип, үҙең өсөн көрәш. Һин үҙеңде нисек тотаһың, нисек күрһәтәһең, башҡалар ҙа шулай ҡабул итә. “Солтан”дың үҙен иркен тотоуы, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел табыуы ошо интернатта үҫеүенә лә бик бәйлелер, тим.

– Мине туғыҙ йәштә илата-илата гимназия-интернатҡа алып барып бирҙеләр. Тәүҙә имтихан тапшырҙыҡ. Русса белмәйем, өҫкә кейергә кейем юҡ. Аяҡта итек. Әсәйем: "Уҡырға инһәң, “Монтана” алып бирәм", – тине, әүрәтеп. Уның нимә икәнен беләһегеҙме? Сәғәт ул, дүрткел, бәләкәй генә экранда һандары яҙылған, ситтәрендә төртөр өсөн ике нөктәһе бар. Хәтәр күренә ине. Шул “Монтана” тип уҡырға инеп киттем. Торғаны менән көлкө инде хәҙер. 

Русса белмәйем, өҫкә кейергә кейем юҡ. Аяҡта итек. Әсәйем: "Уҡырға инһәң, “Монтана” алып бирәм", – тине, әүрәтеп. Уның нимә икәнен беләһегеҙме? Сәғәт ул, дүрткел, бәләкәй генә экранда һандары яҙылған, ситтәрендә төртөр өсөн ике нөктәһе бар. Хәтәр күренә ине. Шул “Монтана” тип уҡырға инеп киттем. Торғаны менән көлкө инде хәҙер.

Ул осорҙо иҫләйем мин. Көнбайыш, АҠШ-тың яйлап ҡына беҙҙең донъябыҙға, аңыбыҙға килеп ингән сағы. Видеолары, боевиктары, порнофильмдары менән, “Мальборо”, “LM” шәп һәм ҡиммәтле тәмәкеләре, күҙҙе ҡыҙҙырған ҡалай һауыттағы һыра, араҡылар, ҡыҫҡа итәктәре, ширпотреб сәғәттәре... Артабан “сникерс-баунти”, тауыҡ бото, макдональдс-фастфуд – бына ҡайҙа булған беҙҙең йөрәктәрҙе, аңды өтөр ут. Һуңынан бар мәғлүмәт донъяһын баҫып алдылар ҙа үҫеп килгән быуынды “үҙҙәренеке” иттеләр ҙә ҡуйҙылар. Шундай ялтырауыҡ, шалтырауыҡ нәмәләре менән әүрәтеп, эйе, тәүҙә, ауыҙ-тамаҡты, күҙ һәм дәртте үҙ ҡулдарына алдылар ҙа аҙаҡ мейегә, күңелгә ауыҙлыҡ һалдылар. Совет илен тарҡатып, бай тарихлы, бер ҡасан да еңелеү белмәгән Рәсәй кешеһен улар ҡул көсө, ҡорал менән йығып булмаҫын аңлағас, эстән рухын һындырырға, зиһенен ағыуларға кәрәк тип тапты. Әүрәтеп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Монтана” сәғәттәре Көнбайыштың үҫеп килгән быуындың үҙ иленә нәфрәт уятыу, тәрбиәләү ваҡытын һанарға тотондо. Ә “Солтан” ише илһөйәр егеттәргә ул, киреһенсә, алға барырға сәбәп кенә булған. Ни тиһәң дә, республикалағы алдынғы гимназия-интернаттарҙа үҫкән, уҡыған егет-ҡыҙҙар киләсәктә юғалып та ҡалманы, иленә ныҡлы терәк тә була белде.

– Алдамайым, – тип керһеҙ күҙҙәре менән баға яугир, – һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, мәктәпкә барырға пинжәк тә юҡ ине. Атай-әсәйҙең ул саҡта аҡсаһы юҡ, ил үҙе лә бөлгөнлөктә, хәҙер шөкөр ҙә, һөйләһәң, хәҙерге балалар аңламаҫ та. Эш хаҡы түләнмәгән мәл. Ярай ҙа олатай-өләсәйҙәр ярҙам итеп, кеше булып кителде. Бишенсе класҡа барырға өҫкә аҡ күлдәк, салбарҙы көскә таптыҡ, аяҡта – кроссовка. Тик көн һыуыҡ. Костюм да, свитер ҙа юҡ. Ике туған һеңлемдең ҡыҙыл төҫтәге свитерын кейеп, уҡып киттем мин.

Интернатта тәүҙә бик ҡыйын булды. Туғыҙ ғына йәш, бишенсе класс. Мин уҡырға иртәрәк барҙым. Төндәрен һағынып, илай торғайным. Раушания туғаным бәләкәй әле, уны ныҡ һағынам. Уға төшкө сәғәттә биргән әфлисун-алмаларҙы ашамай, тумбочкала йыя торғайным. Күстәнәс. Атай-әсәйҙе лә һөйөндөргө килә. Биргән аҡсаларын йыйып барам да, ҡайтыр саҡта бер күстәнәс алаһың бит инде. Эй, ҡыуаныуҙары, малай, ағай алып ҡайтҡан күстәнәсте тотоп кинәнеп йөрөүҙәре...

Мин ундай хәлде аңлайым, үҙем дә шулай ҡылана инем. Туғандарыма тип йыйған әфлисундарҙы оҙаҡ ятып (каникулда ғына ҡайтыу эләгә ине) ҡайһы саҡ сереп “йөн” баҫып китә ине. Ауылдан килгән күстәнәстәр менән бар дуҫтарыңды һыйлау – үҙе бер байрам. Иҫләйем, биш тинлек “банан” тигән бәләкәй генә булканы бүлмәләге 14 малай бүлешеп ашағайныҡ. Һәр беребеҙгә бармаҡ башындай икмәк киҫәге эләкте. Был муллыҡ таматағы телсәгә лә эләгеп ҡалмағандыр, ә хәҙер, 30 йылдан ашыу ваҡыт үткәс тә, был изге, матур күренеш һаман да иҫтә, бөгөн ул күңелде йылыта, рухты нығыта, бер буханка икмәк ашағандай тамаҡты туҡ итә.

Ә уйлаһаң, иҫ киткес матур тойғо, изге сифат бит ул – туғанлыҡ хисе. Бөгөн алмаңды, һыныҡ икмәгеңде бүлешәһең, иртәгә – йөрәгеңде. Туғанын, дуҫын, тыуған йортон, интернатын үҙ иткән, һағынған кеше бөгөн дә, иртәгә лә барыбер ҙә илен дә, ерен дә ҡәҙерләй беләсәк, белә. Ә ысын дуҫтары һуңынан туғанға әйләнә. Бөгөн алмаңды, һыныҡ икмәгеңде бүлешәһең, иртәгә – йөрәгеңде. Туғанын, дуҫын, тыуған йортон, интернатын үҙ иткән, һағынған кеше бөгөн дә, иртәгә лә барыбер ҙә илен дә, ерен дә ҡәҙерләй беләсәк, белә. Ә ысын дуҫтары һуңынан туғанға әйләнә. Бөгөн яу яланы компьютерҙағы һуғыш, атыш, танктар алышы ише әшәке уйындарҙы хәтерләтеп ҡуйҙы миңә. Тик уйынды яңынан башлап, яугиргә тағы өҫтәмә ғүмер биреп була. Ә бында...

Мәҡәлә авторы: Мөнир Ҡунафин.

ЛХР – ДХР – Запорожье өлкәһе.

Вәдүт Исхаҡов фотолары.

 

 

Уттарға буталып алмалар яуғанда...
Уттарға буталып алмалар яуғанда...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас