Бөтә яңылыҡтар
10
Геройҙар дәүере
27 Август 2024, 22:30

Ауылдың шәп егеттәренең береһе ул!

Махсус хәрби операция биләмәһенә командировка мәлендәге сираттағы әңгәмәләшсемдең иң тәүҙә позывнойы иғтибарҙы йәлеп итте – “Газпром”. Баҡтиһәң, тыныс тормошта ошо предприятиеның бүлексәһендә эшләгән икән. 

Ауылдың шәп егеттәренең береһе ул!
Ауылдың шәп егеттәренең береһе ул!

Махсус хәрби операция биләмәһенә командировка мәлендәге сираттағы әңгәмәләшсемдең иң тәүҙә позывнойы иғтибарҙы йәлеп итте – “Газпром”. Баҡтиһәң, тыныс тормошта ошо предприятиеның бүлексәһендә эшләгән икән. Тыныс холоҡло, төплө фекерле, киләсәккә матур маҡсаттар ҡуйып йәшәгән Көйөргәҙе егете булып сыҡты ул.

Рифатҡа – әле 25 йәш. Махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация буйынса юлланған. “Ауылдан шылтыратып, саҡғырыу килеүе тураһында әйткәстәр, шул көндө үк Күмертауҙан ҡайтырға сыҡтым һәм икенсе көнөнә хәрби комиссариатҡа барҙым. Был ҡарарҙы тыныс ҡабул иттем, атайым менән әсәйем нығыраҡ борсолғандыр, моғайын. Шөкөр, хәрби хеҙмәттә булыуыма тиҙҙән ике йыл тула”, – ти ул.

“Газпром” – 2017-2018 йылдарҙа сроклы хәрби хеҙмәт үтеп, әрме һурпаһын татыған яугир. Бөгөн ул пулеметсы булараҡ, ьик яуаплы, мөһим бурыс башҡара. “38 килограмм ауырлыҡтағы пулеметты алып йөрөү артыҡ еңел эш түгел, әммә бирешмәйбеҙ, беҙ – бит ауылда эштә сынығып үҫкән егеттәр”, – ти Рифат.

Әйткәндәй, Көйөргәҙе егете башҡортса йырҙар ярата. Иҙел Нурғәлин репертуарындағы “Беҙ – ауылдың шәп егеттәре” йыры – иң яратҡандарының береһе. “Отпускыға ҡайтҡанда тик башҡортса йырҙар тыңлайым. Бында ла ял мәлдәрендә үҙебеҙҙең йырҙарҙы тыңлап, күңелгә ял алам”, - ти яугир.

Рифат ошоға тиклем өс тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып килгән. Аҡсалата түләүҙәрҙең ваҡытында килеп тороуы, республика, район етәкселегенең ярҙамын тойоуҙары, эш урынынан да даими рәүештә посылкалар килеүе тураһында айырып әйтте. Егет туплаған аҡсаһына Күмертауҙан фатир һатып алып ҡуйған.

Киләсәккә хыял-маҡсаттары яҡты, матур уның: еңеү яулап, имен-һау әйләнеп ҡайтҡас, ғаилә ҡороп балалар үҫтерергә, артабан уҡып, һөнәри йәһәттән үҫергә теләй. Мин уға ихлас күңелдән ошо матур ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләнем. Әсәһе, туғандары, хеҙмәттәштәре биргән доғалар ҙа һәр ваҡыт үҙе менән. Шуларҙың һаҡлауында, яҡлауында ғына йөрөргә яҙһын Көйөргәҙенең илһөйәр улына.

В. Уразбаев.

Автор фотоһы.

ӘЙТКӘНДӘЙ

Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға контракт төҙөгән яугирҙәргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Түләү РФ Оборона министрлығы менән бер йылдан күберәк мөҙҙәткә контрактҡа ҡул ҡуйғандарға түләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда быйыл 10 июлдән республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артты.

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған кеше бер тапҡыр республиканан 505 мең һум аласаҡ. Өфө хакимиәте өҫтәмә рәүештә 300 мең һум түләй.

Шулай итеп, 400 мең һумға тиң федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандан ил һағына юлланған хәрбиҙәр бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аласаҡ.

Бөтә һорауҙар буйынса төбәк халҡы ситуацион үҙәктең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарында мөрәжәғәт итә ала.

Һайлап алыу пункты номеры: (347) 248-29-31.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: