Геройҙар дәүере
28 Август 2024, 15:00

Яугирҙең гитараһы ғаиләһенә ҡайтты...

Уны ирҙең хеҙмәттәше, "Моряк" позывнойлы яугир почта аша ебәргән.

Яугирҙең гитараһы ғаиләһенә ҡайтты...Яугирҙең гитараһы ғаиләһенә ҡайтты...
Яугирҙең гитараһы ғаиләһенә ҡайтты...

Былтыр махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Әбйәлил яугире Заһит Абдуллиндың гитараһы ғаиләһенә ҡайтып еткән. Уны яугирҙең хеҙмәттәше, "Моряк" позывнойлы яугир почта аша ебәргән. "Атайығыҙҙың иҫтәлеге итеп һаҡлағыҙ!" - тип яҙған ул.

Йыр-моңға маһир, гитарала оҫта уйнаған, моңло тауышы менән бар халыҡты әсир иткән Заһит Абдуллиндың үҙе йырлаған видеолары интернет селтәрендә лә осрай.

Өс бала атаһы, батыр яугир Әбйәлил егетенең исеме һәр саҡ халҡыбыҙ күңелендә ҡалыр. Ә гитара сыңы - балаларына аталарының бер иҫтәлеге булып йөрәктәрендә мәңге һаҡланыр.

Фото: телеграмдан

Яугирҙең гитараһы ғаиләһенә ҡайтты...
Яугирҙең гитараһы ғаиләһенә ҡайтты...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас