"Ватан һаҡсылары" фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итеүенсә, Әбйәлил районында Айсар Илһамов махсус хәрби операцияла һәләк булған улы, Рәсәй Геройы Тимерлан Илһамов исемендәге махсус стипендиялар тапшырған.
- Әбйәлил районының “Ҡурай” ғаилә тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеү үҙәгенең тәрбиәләнеүселәрен оло тормошҡа оҙаттыҡ. Бында етем һәм ата-әсәләр тәрбиәһенән мәхрүм балалар тәрбиәләнә. Быйыл ете бала төрлө уҡыу йорттарына инде. Уларға махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәребеҙҙең ата-әсәләре, йәмәғәт ойошмаларының әүҙем ағзалары аҡ теләктәрен еткерҙе. Уҡыуҙа һәм йәмәғәт тормошонда әүҙемдәргә Айсар Илһамов махсус хәрби операцияла һәләк булған улы, Рәсәй Геройы Тимерлан Илһамов исемендәге махсус стипендиялар тапшырҙы. Балаларға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм еңеүҙәр теләйем! Ысын илһөйәр, тырыш, маҡсатлы һәм сәмле булһындар, - тип изге теләктәре менән уртаҡлашты Гөлнур Ҡолһарина.
Фото сығанағы: Гульнур Кульсарина