Геройҙар дәүере
1 Сентябрь 2024, 07:00

Мәтрүшкәле миндек – тыуған яҡтың йылы сәләме

Ағиҙел ҡалаһы халҡы яугирҙәргә тип йыйған сираттағы гуманитар йөк махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Был юлы уны ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров үҙе оҙатып барҙы. Етәксе, тыуған яҡ сәләме итеп, егеттәргә мәтрүшкәле миндектәр ҙә бәйләгән ине.

Мәтрүшкәле миндек – тыуған яҡтың йылы сәләмеМәтрүшкәле миндек – тыуған яҡтың йылы сәләме
Мәтрүшкәле миндек – тыуған яҡтың йылы сәләме

Резина, газ баллондары, пауэр-банктар, газ плитәләре, иретеп йәбештереү ҡорамалы, Калашников автоматы өсөн лазерлы төҙәүес, төҙәү ҡулайламаһын беркеткес, рация, мотор майы, электродтар, төрлө эш ҡоралдары, шәхси гигиена әйберҙәре, УАЗ автомобиле – былар барыһы ла ағиҙелдәрҙең күмәк көсө менән йыйылған. Яугирҙәрҙең хәрби рухын нығытыр өсөн ҡала балалары һүрәттәр төшөрөп һалған.

– Ағиҙел халҡына һәм балаларға дөйөм эштән ситтә ҡалмағандары өсөн рәхмәт. Бындай иғтибар беҙҙең яугирҙәр өсөн бик мөһим, – тине Денис Ирназаров. – Ә хуш еҫле миндектәрҙе әүҙемселәр менән бергә йыйып бәйләнек. Алдағы бер барғанымда егеттәр яуҙағы көнкүреш шарттары менән таныштырҙы һәм үҙҙәре төҙөгән мунсаны күрһәтте. Шул саҡ улар Башҡортостан ҡайындарынан ҡырҡылған миндектәрҙе һағыныуын әйткәйне. Улар егеттәргә тыуған яҡ йылыһын еткерһен һәм көстәрен арттырһын, тип теләйбеҙ.

Фото: Денис Ирназаровтың социаль селтәрҙәге шәхси битләүенән.

Мәтрүшкәле миндек – тыуған яҡтың йылы сәләме
Мәтрүшкәле миндек – тыуған яҡтың йылы сәләме
Мәтрүшкәле миндек – тыуған яҡтың йылы сәләме
Мәтрүшкәле миндек – тыуған яҡтың йылы сәләме
Мәтрүшкәле миндек – тыуған яҡтың йылы сәләме
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас