Бөтә яңылыҡтар
10
Геройҙар дәүере
4 Сентябрь 2024, 07:00

Дүрт бала атаһы коляскалы булды

Кисәге яугир урамға ла сығып йөрөй ала, сөнки колясканың ҡаршылыҡтарҙы аша сығырға мөмкинлек биргән махсус хәрәкәт механизмы бар.   

Дүрт бала атаһы коляскалы булды
Дүрт бала атаһы коляскалы булды

Айгөл Ҡәнзәфәрова “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Миәкә районындағы төбәк филиалында социаль координатор бурысын башҡара.  Ул махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам ойоштороу менән шөғөлләнә.

Ошо көндәрҙә “Алға” позывнойлы яугиргә махсуслаштырылған күп функциялы коляска алыуҙа булышлыҡ күрһәткәндәр, ветеран ярҙам һорап “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалына мөрәжәғәт иткән булған. Социаль координатор Айгөл Ҡәнзәфәрова бөтә кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә ярҙам иткән.

Хәҙер Caterwil 4 WD өҫтәмә функциялары булған GTS комплектациялы кресло-коляска МХО ветеранына хеҙмәт итә. Кисәге яугир урамға ла сығып йөрөй ала, сөнки колясканың ҡаршылыҡтарҙы аша сығырға мөмкинлек биргән махсус хәрәкәт механизмы бар.  

Айгөл Тимербай ҡыҙы билдәләүенсә, “Алға” позывнойлы яугир маҡсатҡа ынтылыусан һәм эшһөйәр, дүрт бала тәрбиәләй, инвалид булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙ йортон ремонтлай. Яҡын арала торлаҡты ветерандың шәхси ихтыяждарына яраҡлаштырыу планлаштырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы фонды Рәсәй Президенты указы буйынса булдырылды.

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, ялһыҙ.

Алдан консультация алыу өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.

Сығанаҡ: https://vk.com/public220653548

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: