Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко хәрби контрактты оҙайтырға ҡарар иткән. Украин ғәскәрҙәренең Курск өлкәһе территорияһына баҫып инеүе был ҡарарҙы ҡабул итеүгә йоғонто яһаған.
– Алексей Локотченконың сентябрҙә контракт мөҙҙәте тамамланды. Ул Өфөгә ҡайтырға тейеш ине, беҙ уны көттөк. Әммә һуңғы ваҡиғаларға бәйле хеҙмәттәшебеҙ дөйөм еңеүҙе яҡынайтыу өсөн махсус хәрби операцияла ҡалырға ҡарар итте. Ул үҙенең подразделениеһында ҡалды, әммә артиллериянан штурм отрядына күсте. "Дошман тыныс халыҡҡа һөжүм иткәндә, илемде - яҡлауһыҙ, ә яугирҙәрҙе командирһыҙ ҡалдыра алмайым", - тип белдерҙе. Депутат Курск өлкәһе биләмәһендә, хәҙер ул - “Пятнашка” интернациональ бригадаһының “Архангел” штурм отряды командиры урынбаҫары.
8 сентябрҙә ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта, шунан ҡабаттан махсус хәрби операцияға китәсәк һәм хәрби бурыстарҙы үтәүгә тотонасаҡ. Беҙ был ҡарарҙы аңлау һәм ихтирам менән ҡабул итәбеҙ, иҫән-һау, сәләмәт һәм еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ, – тип һөйләне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Алексей Локотченко 2024 йылдың февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша, “Пятнашка” интернациональ бригадаһында хәрби артиллерия расчеты командиры вазифаһында хеҙмәт итә, күптән түгел Рәсәй Оборона министрлығының Ирекле корпусының “Пятнашка” интернациональ бригадаһының “Архангел” штурм отряды командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Ул үҙенә “Радий” позывнойын ала. Ике тапҡыр яраланған – яҙ һәм йәй. Һауыҡҡандан һуң сафҡа кире ҡайта.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Фото сығанағы: https://t.me/gossobranierb/1133