Махсус хәрби операция башланғандан алып һәр ҡала, район, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәр өсөн маскировка селтәре үрә, уларҙы яугирҙәргә оҙата.
Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла был эштән ситтә ҡалмай. Күптән түгел уларға "Француз" позывнойлы яугир ҙур рәхмәтен белдергән.
"Ныҡ файҙалы эш эшләйһегеҙ, ҡыҙҙар. Маскировка селтәрҙәре һалдаттар өсөн ышыҡ булып тора, беҙҙең ғүмерҙе һаҡлай, дрондар килеп эләккән хәлдә лә, яраланып, тере ҡалыу мөмкинлеген арттыра»,- ти 1-се Төркмән ауылы ҡатын-ҡыҙҙарына "Француз" исемле яугир.
Ваҡытлыса ялға ҡайтҡан һалдатыбыҙға маскировка селтәрен тапшырҙыҡ. Ул һеҙгә ҡалҡан булып торһон һәм киләсәктә имен-һау осрашыра насип итһен!" - тип хәбәр ителә Төркмән ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.
Фото: Төркмән ауыл мәҙәниәт йорто төркөмө.