Республикабыҙҙың киләсәге өсөн мөһим сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ҙә ситтә ҡалманы. Сибай ҡалаһының 633-сө һайлау участкаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, әле ваҡытлыса ялда булған "Сармат" позывнойлы яугир килде.
Илдә махсус хәрби операция башланғас, "Сармат" позывнойлы яугир, үҙ иленең ысын патриоты булараҡ, үҙ ирке менән ил һаҡларға барырға теләк белдерә. Һәр саҡ йәштәргә өлгө булған ир–азаматы был юлы ла йәштәргә үрнәк күрһәтеп, уларға терәк булып МХО-ға юллана. 2023 йылдың йәйендә “Барс-14” батальонына барып ҡушыла. Ә бит уға 67 йәш тулған, әммә йәштән спорт менән дуҫ булыуы, һәр саҡ позитив ҡарашта, үҙе әйтмешләй “студенттар менән бергә ҡайнап йәшәүе” уға йәш йөрәкле, йәш сырайлы булырға һәм йәштәрсә хәрәкәт итергә ярҙам итә.
Яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарған “Сармат” ике тапҡыр яраланған, Сватово госпиталендә ятып сыҡҡан. Әле лә дауаланыуын дауам итә. Күптән түгел “Үлеп барыусыны ҡотҡарған өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.
"Республикабыҙ өсөн мөһим саранан ситтә ҡалғаным юҡ. Бөгөн ҙур теләк менән үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәнем. Республикабыҙҙың киләсәге - ул илебеҙҙең киләсәге, шуға һәр кем үҙ тауышын бирергә тейеш, тигән фекерҙәрмен", - ти яугир.