Геройҙар дәүере
8 Сентябрь 2024, 06:00

Аҡ халатлылар яугирҙәргә ярҙам күрһәтә

Аҡ халатлылар ҙур күләмдә бәйләү материалы әҙерләй һәм уларҙы дауахананың стерилләштереү бүлеге базаһында комплектлай һәм стерилләй.

Аҡ халатлылар яугирҙәргә ярҙам күрһәтәАҡ халатлылар яугирҙәргә ярҙам күрһәтә
Аҡ халатлылар яугирҙәргә ярҙам күрһәтә

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре "Хәйбулла ирекмәндәре" хәрәкәте менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында берләшә. Аҡ халатлылар ҙур күләмдә бәйләү материалы әҙерләй һәм уларҙы дауахананың стерилләштереү бүлеге базаһында комплектлай һәм стерилләй.

Был юлы улар 600-ҙән ашыу пакет әҙерләгән. Стериль материалдарға  ихтыяж ҙур. Стериль бәйләү пакеты - беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн әҙер саралар йыйылмаһы, ҡан ағыуын туҡтатырға, яраны эшкәртергә кәрәк. Ҡорамал янғын, атыу һәм ҡырҡылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән яраларҙы бәйләү  өсөн ҡулланыла.

"Бындай уртаҡ тырышлыҡ, был беҙҙең яугирҙәргә бәләкәй булһа ла ярҙам. Улар көн һайын ҡаһарманлыҡ күрһәтә, илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлап батырлыҡ күрһәтә. Хәҙер уларға иғтибарыбыҙ, хәстәрлегебеҙ һәм ярҙамыбыҙ бик мөһим",  - ти Хәйбулла районының медицина хеҙмәткәрҙәре.

Ысынлап та, әлеге ваҡыттағы яугирҙәр өсөн һәр ярҙам - уларға еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтырға булышлыҡ итәсәк. Афарин, аҡ халатлы, изге күңелле Хәйбулланың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре!

Фото: Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас