Геройҙар дәүере
12 Сентябрь 2024, 08:00

Кушнаренколар ярҙам оҙатҡан

Гуманитар ылауҙа УАЗ машиналары, мотоцикл да бар.

Кушнаренколар ярҙам оҙатҡанКушнаренколар ярҙам оҙатҡан
Кушнаренколар ярҙам оҙатҡан

Күптән түгел Кушнаренко районы халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарына гуманитар ылау ебәргән. Бында маскировка селтәрҙәре, газ горелкалары, эш ҡоралдары, ярҙамсы беләҙектәр, "ҡоро душ", шәхси гигиена әйберҙәре, аҙыҡ-түлек һәм, әлбиттә, яҡындарынан шәхси посылкалар тупланған. Ярҙамды район халҡы һәм эшҡыуарҙар йыйған.

"Кушнаренколар алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙгә ярҙам итеү өсөн тағы бергә ойошто, - тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Марат Латипов. - Яҡташтарыбыҙ биргән техника ла ҙур ярҙам булды: Руслан Ниғмәтйәнов - УАЗ автомобиле, ә Руслан Нурғәлиев мотоцикл тапшырҙы. Махсус хәрби операция биләмәһенә район хакимиәте лә УАЗ әҙерләне", - тип яҙҙы ул.

Бынан тыш, Кушнаренко ауылы мәктәптәре ЛХР-ҙың Петровское ҡалаһындағы генерал-майор М. Шайморатов исемендәге мәктәпкә канцелярия тауарҙары, спорт ҡорамалдары йыйған. 

Яугирҙәргә гуманитар ярҙам имен-һау барып еткән. Был турала ылауҙы оҙатышып барған район хакимиәте етәксеһе Марат Латипов шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яҙҙы. 

Фото: vk.com/marat_l?from=search

 
Кушнаренколар ярҙам оҙатҡан
Кушнаренколар ярҙам оҙатҡан
Кушнаренколар ярҙам оҙатҡан
Кушнаренколар ярҙам оҙатҡан
Кушнаренколар ярҙам оҙатҡан
Кушнаренколар ярҙам оҙатҡан
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас