Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев үҙенең социаль селтәрҙәрендә Ватан именлеген һаҡлаусы дүрт ул үҫтергән Сәләховтар ғаиләһе тураһында ғорурланып һөйләгән.
Өлкән улдары Игорь махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә, контузия ала. Өйгә ҡайта, бик күп ауырлыҡтарҙы еңеп, яңы эшкә тотона һәм яңы тормош башлай.
Игеҙәктәр Виталий һәм Валерий ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатмарлы операцияларҙа ҡатнаша. Кинйә улдары – разведчик, махсус хәрби операция башланыу менән алғы һыҙыҡта. Өс йыл хеҙмәт осоронда ул ағалары менән бер тапҡыр ҙа осраша алмаған, ниһайәт, улар бөтәһе лә тыуған йортта осрашыу бәхетенә ирешкән.
Наталья һәм Виктор Сәләховтар хаҡлы ялда. Быйыл улар тормош ҡороуҙарының ҡырҡ йыллығын билдәләй, тип яҙа Салауат Ғилмиев.
Фото: Салауат Ғилмиевтең социаль селтәренән.