Донъяла осраҡлы хәл юҡ тип әйтеп тә булмай. Хәйбулла ауылы егеттәре, бер ауылда, бер урамда уйнап - үҫкән «Алтай» менән «Нурик» позывнойлы яугирҙәр «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә.
"Тормошта ла, МХО-ла ла - һәр саҡ бергә. Ауылдашымды хәрби әҙерлек урынында күргәс, ныҡ ғәжәпләндем һәм шатландым», — ти "Нурик".
- Сюрприз эшләргә уйланым, мине күреп ҡыуаныр, еңелерәк булыр тип уйланым. Ағайың һәр саҡ яныңда буласаҡ. Бергәләп Ватанды һаҡлайбыҙ.
Ауылдаш һәм дуҫ яугирҙәр ата-әсәһенә, Мәмбәт, Ғәҙел ауылдары халҡына, Сибайға һәм Башҡортостанға сәләм еткерә!