Геройҙар дәүере
17 Сентябрь 2024, 04:00

Ғаиләң өсөн ҡайғырма, “Ромео”!

Был яугирҙең ғаиләһе бер ҡасан да ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ, тип белдерҙеләр уның тыуған ауылында.

Ғаиләң өсөн ҡайғырма, “Ромео”!Ғаиләң өсөн ҡайғырма, “Ромео”!
Ғаиләң өсөн ҡайғырма, “Ромео”!

Өфө районының Булгаков ауылынан контракт буйынса махсус хәрби операцияға юлланған “Ромео” ҡушаматлы яугир яңыраҡ үҙенең тыуып-үҫкән ауылында отпусыкыла булып китте. Ҡайтҡан саҡта ата-әсәһе улдарын “бер нимәгә лә мохтажлығыбыҙ юҡ, берәй мәсьәлә тыуа ҡалһа, ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт итәбеҙ, шунда уҡ хәл ителә”, тип ҡыуандырҙылар.

“Күптән түгел “Ромео”ның ата-әсәһе утын һорап мөрөжәғәт иткәйне, уларға түләүһеҙ бер машина утын алып барып бирҙек”, – ти Булгаков ауыл хакимиәте башлығы Владимир Метелев. – “Яугир яҡташтарыбыҙға бынан тыш та ярҙам итеп торабыҙ. Туған-тыумасалары һәм дуҫтары йыйған гуманитар ярҙамды тейәп, бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция урынына ла барып килдек. Автомашинаны ауылдан да алабыҙ, район хакимиәте лә бирә. Аҡсалата түләүҙәрҙе лә ваҡытында алалар, уныһын да даими белешеп торабыҙ”.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас