Геройҙар дәүере
18 Сентябрь 2024, 02:00

29 бала атаһы МХО-ға юлланған

Вәхид Вәлиев һәм уның хәләл ефете 29 бала тәрбиәләй.

29 бала атаһы МХО-ға юлланған29 бала атаһы МХО-ға юлланған
29 бала атаһы МХО-ға юлланған

Благовещен районында йәшәүсе күп балалы ғаилә башлығы Вәхид Вәлиевтең махсус хәрби операцияға юлланыуы хаҡында район хакимиәте етәксеһе Анна Карабанова хәбәр итә.

"Вәхид Вәлиев һәм уның хәләл ефете Ирина Вервельская 29 бала тәрбиәләй. Күп балалы ғаилә үҙенең районы өсөн генә түгел, шулай уҡ бөтә республика өсөн өлгө булып тора. 2021 йылда ғаиләгә "Ата-әсә ҡаһарманлығы" дәүләт наградаһы тапшырылды. Ул Башҡортостанда ғаилә парҙарына йәмғиәт алдындағы ҡаҙаныштары һәм юғары әхлаҡ кимәле өсөн бирелә. Бынан тыш, Ирина Вервельская "Мин - ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды.

Был ғаилә ҡаланы төҙөкләндереү буйынса төрлө башланғыстарҙа әүҙем ҡатнаша. Улар быны ихлас күңел менән башҡара. Ғаилә башлығы Вәхид Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ҡарар итте. Уға 57 йәш, һәм бындай ҡарар бөтә ғаилә өсөн еңелдән булманы, әммә ул уны аңлы рәүештә, илһөйәрлек һәм тыуған ил алдындағы бурыс тойғоһона таянып ҡабул итте", - тип яҙған Анна Карабанова үҙенең "Телеграм" каналында.

«Мин ситтә ҡала алманым. Йәштәр унда көрәшә, уларҙың һәр береһе минең улым була алыр ине. Ике улыбыҙ ҙа хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Минең ярҙам итмәҫкә хаҡым юҡ. Мин илемде, балаларымды һәм яратҡан ҡатынымды яҡлау һәм һаҡлау өсөн барам. Иҫән-һау кире ҡайтырға вәғәҙә бирәм», - тип Вәхид Вәлиевтең һүҙҙәрен дә яҙған муниципалитет башлығы.

Ғаилә 29 баланы тәрбиәгә алған ине. 

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас