Көҙгө уңыштың мул сағында Баймаҡ районының Беренсе Төркмән һәм Басай мәктәбе хеҙмәткәрҙәре белем усағы баҡсаһында үҫтерелгән уңышты йыйып алып, махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ебәрер өсөн рассольник, борщтар япҡан.
«Аҙ булһа ла беҙҙән ярҙам, ризыҡтар имен-аман алғы һыҙыҡҡа барып етеп, яугирҙәргә имен-һау ашарға яҙһын! Беҙ бергә! Барлыҡ ир-егеттәрҙе Еңеү менән көтәбеҙ Эстафетаны башҡа мәктәптәргә лә тапшырабыҙ!» - тип белгертә социаль селтәрҙә 1-се Төркмән урта һәм Басай башланғыс мәктәптәре хеҙмәткәрҙәре.
Төркмәндәрҙең һәм басайҙарҙың эстафетаһын артабан кемдәр дауам итер?
Фото: телеграм