Геройҙар дәүере
19 Сентябрь 2024, 05:00

Бесән һәм утын әҙерләп биргәндәр

Бөрйән районының Исламбай ауылы егеттәре Фәймә һәм Ғәле Әҙелбаевтар ғаиләһенә утын, бесән килтергән.

Бесән һәм утын әҙерләп биргәндәрБесән һәм утын әҙерләп биргәндәр
Бесән һәм утын әҙерләп биргәндәр

Бөрйән районының Исламбай ауылында махсус хәрби операция зонаһына мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләре ныҡлы иғтибар үҙәгендә.

Ошо аяҙ көндәрҙә Исламбай егеттәре Фәймә һәм Ғәле Әҙелбаевтар ғаиләһенә утын, бесән әҙерләп биргән.

Ғәзинур, Фәһим, Айбулат Мырҙағоловтар, Ғәзиз Ғәйнуллин, Әүбәкер Бирҙеғолов, Аврар Вәлиев, аталы-уллы Зәйнулла һәм Ғәйзулла Йомағужиндар үҙ техникалары менән бесәнде сабып, йыйып, ташып биргән. Утын әҙерләп ташыуҙа ла бик күп ир-егеттәр ярҙам иткән.

Изге эшкә үҙ өлөшөн индергән ир-егеттәргә афарин! Яугирҙарыбыҙҙың имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын, йорт-илдең тыныс булыуын теләйбеҙ!

Фото һәм текси сығанағы: "Таң" гәзитенән

Бесән һәм утын әҙерләп биргәндәр
Бесән һәм утын әҙерләп биргәндәр
Бесән һәм утын әҙерләп биргәндәр
Бесән һәм утын әҙерләп биргәндәр
Автор:Карима Усманова
Читайте нас