Геройҙар дәүере
19 Сентябрь 2024, 02:00

Өс ҡыҙын һаҡлай ул

Тантананан һуң Радий Фәрит улы эргәмә килде һәм: «Ирегеҙҙе һаҡлағыҙ, ул - һеҙҙең батырығыҙ», – тине.

Өс ҡыҙын һаҡлай улӨс ҡыҙын һаҡлай ул
Өс ҡыҙын һаҡлай ул

Бәләбәй районынан  Рәмзилә Камеристова ҡаһарман яҡташы тураһында беҙгә түбәндәге яҙманы ебәргән. Унда шундай юлдар бар:

“Приют ҡасабаһында йәшәгән Анна Викторовна һәм Ринат Хәмит улы Кузеевтарҙың күп балалы ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫә. Ғаилә башлығы ҡәҙимге тормошон хәрби хеҙмәткә алмаштырған. Был һайлауҙы ул Украиналағы ваҡиғаларға битараф ҡала алмауы арҡаһында яһаған.

Кузеевтар мәктәп йылдарынан уҡ таныш. Анна  Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыкаль гимназия-интернатында, унан Өфө педагогия колледжында «социаль педагог» һөнәре буйынса уҡыған.

Ринат тимер юл колледжын тамамлаған, биш йыл эшләгәндән һуң, Һамар дәүләт элемтә юлдары университетында уҡыуын дауам иткән. Дипломды тик «яҡшы» билдәләргә яҡлаған. 2007 йылда Мурманск ҡалаһында,  Төньяҡ флотта «Адмирал Кузнецов» авианосецында  хеҙмәт иткән. Бында ул ысын мәғәнәһендә тормош мәктәбен үткән. Сөнки туғыҙ ҡатлы йорт ҙурлығындағы карапта янғын да сыҡҡан, бата ла яҙғандар, хатта пираттар һөжүмен кире ҡағырға тура килгән. Экипаж Сүриә һәм Төркиә ярҙарында туҡталған. Ир-егеттең артабан да контракт буйынса хеҙмәтен дауам итеү теләге булһа ла, килеп сыҡмаған.

Ринат армиянан тыуған яғына, Шишмәгә ҡайтҡас, йәштәр туй үткәргән. Участка һатып алып, йорт төҙөй башлағандар, әммә уны төҙөп өлгөрмәгәндәр. Алты йыл элек Ринат Хәмит улына Рәсәй тимер юлдары асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең  Бәләбәй районындағы Приют станцияһында бәйләнеш селтәре буйынса участка начальнигы вазифаһын тәҡдим иткәндәр.

Кузеевтар ғаиләһе ҡасабаға күсеп килгән, ипотекаға фатир һатып алғандар. Тормош һәүетемсә аҡҡан: эшләгәндәр,  балалар үҫтергәндәр. Әйткәндәй, ҡыҙҙар бейергә ярата. Өлкәндәре, 12 йәшлек Злата, алты йыл мәҙәниәт йортонда «Карамель» бейеү коллективында шөғөлләнә. Волейбол уйнай, муниципаль конкурстарҙа ҡатнаша. Туғыҙ йәшлек Агата “Импульс” бейеү ансамблендә дәрестәргә йөрөй, быйыл балалар сәнғәт мәктәбенең «Живопись» бүлегенә яҙылған. Кеселәре Еваға дүрт йәш. Балалар баҡсаһына йөрөй, йырлай, бейей, һүрәт төшөрә һәм пазлдар йыйырға ярата. Кистәрен бөтәһе бергә башватҡыстар сисә.

Кузеевтар ғаиләһе Башҡортостан һәм Рәсәй ҡалалары буйлап сәйәхәт итергә лә ярата. Һәр сәйәхәттән улар сағыу тәьҫораттар, сувенирҙар, сағыу фотолар ғына алып ҡайтмай, яңы дуҫтар ҙа таба.

Ҡыҙҙары тыныс тормошта йәшәһен өсөн, ғаилә башлығы ысын ир-егеттәргә хас ҡарар ҡабул иткән: 2023 йылдың майында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм Ватанды яҡлау сафына баҫҡан. Әлеге ваҡытта ғаилә башлығы Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә махсус операцияла хәрби бурысын үтәй. Буш ваҡыттарында ҡатыны менән бәйләнешкә сыға.

 –  Иремдең ҡарарын, шулай тейеш, тип ҡабул иттем. Ринаттың көсөнә ышанам. Армияла хеҙмәт икән, ҡулына ҡорал тота белә, тимәк, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Әлбиттә, беҙ уны һағынабыҙ. Тиҙҙән ул еңеү менән ҡайтыр тип ышанам, – тип фекерен уртаҡлашты Анна Викторовна.

Ринат Хәмит улы хәрби бурысын үтәргә киткәндән һуң, Анна Викторовна иңенә бар ғаилә бурыстары ятҡан.  Бынан тыш, яратҡан кешеһе тураһындағы уй-борсолоуҙар ҙа йөрәкте өҙгөләй.

 –  Доға менән йоҡлап китәм, доға менән уянам. Әлбиттә, күҙ йәштәре лә, паника ла булды. Ул юлға сыҡҡанда беҙҙең кесе ҡыҙыбыҙға өс йәш тә тулмаған ине. Күп ҡатын-ҡыҙҙар яу яланында булған ирҙәренең психологик торошо өсөн борсолоуын беләм. Аллаға шөкөр, беҙҙә бындай проблемалар юҡ. Мөхәббәтебеҙ ҙә, иманыбыҙ ҙа көслө. Беҙ бер-беребеҙҙе  ярты һүҙҙән аңлайбыҙ,   –  ти Анна.

Быйыл Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә «Башҡортостан» полкының һөжүм хәрәкәттәре ваҡытында лейтенант Ринат Кузеев һөжүмдәрҙе «дронға ҡаршы» ҡорал менән кире ҡаҡҡан. Контузияға һәм ҡулын һындырыуға ҡарамаҫтан, позицияла ҡалған һәм шәхсән үҙе дошмандың һигеҙ дронын юҡ иткән. Был штурм отрядына дошман оборонаһына үтеп инергә ярҙамлашҡан.

Күрһәткән батырлығы өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров өлкән лейтенант, «Башҡортостан» полкының зенит-артиллерия батареяһы взводы командиры Ринат Кузеевҡа генерал Шайморатов миҙалын тапшырған.

Яраланғандан һуң Ринат тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.  

 – Өфөгә бүләкләү тантанаһына бергә барҙыҡ. Тантананан һуң Радий Фәрит улы эргәмә килде һәм: «Ирегеҙҙе һаҡлағыҙ, ул - һеҙҙең батырығыҙ», – тине,  – тип хәтирәләре менән бүлеште Анна Викторовна.

Ринат Кузеев шулай уҡ Жуков һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн үҫеш программаһында ла ҡатнашҡан.  38 ҡатнашыусы араһынан ул –  артабан уҡыу өсөн тест үткән өс кеше иҫәбендә.

Күп балалы әсә һәм ҡыҙҙары ғаилә башлығының, аталарының  Ватанды һаҡлаусы булыуы менән ғорурлана. “Ул - бик ихлас, яҡшы күңелле кеше,  хайуандарҙы ярата. Ҡыҙҙары үтенесе буйынса йоркшир терьеры тоҡомло эт һатып алды. Уны Талисман тип атаныҡ”,  –  ти Анна Викторовна.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров йыш ҡына, балаларҙы тәрбиәләүҙә атайҙарҙың роле ҙур, тип билдәләй.  

 – Балаларға сәғәттәр буйы лекциялар уҡырға мөмкин, әммә үҙеңдең тәртибең яҡшынан булмаһа, бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ. Балалар нисек һөйләшеүеңде, эшләүеңде, башҡаларға ҡарата мөнәсәбәтеңде туранан-тура ҡабул итә. Ғөмүмән, балалар ғаилә нимә бар, шуның нигеҙендә йәшәй,  –  ти Радий Фәрит улы”.   

Фотолар ғаиләнең шәхси архивынан. 

Өс ҡыҙын һаҡлай ул
Өс ҡыҙын һаҡлай ул
Өс ҡыҙын һаҡлай ул
Өс ҡыҙын һаҡлай ул
Өс ҡыҙын һаҡлай ул
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас