Геройҙар дәүере
20 Сентябрь 2024, 13:00

Краснокамалар ҙа ситтә ҡалмай

Бөгөн республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса иҫ киткес ҙур эштәр алып барыла. Был изге башланғыстан Краснокама районы ла ситтә ҡалмай. 

Краснокамалар ҙа ситтә ҡалмайКраснокамалар ҙа ситтә ҡалмай
Краснокамалар ҙа ситтә ҡалмай

Бөгөн республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса иҫ киткес ҙур эштәр алып барыла. Был изге башланғыстан Краснокама районы ла ситтә ҡалмай.

Краснокама районының Сауыҙбаш ауыл биләмәһе башлығы Эльза Әхиәр ҡыҙы Хәйертдинова үҙҙәренең төбәгендә ошо йәһәттән алып барылған эштәр тураһында һөйләне.

– Беҙҙең Краснокама районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йәһәтенән бик ҙур эштәр алып барыла. Был йүнәлештәге барлыҡ башланғыстар район хакимиәте башлығы Алексей Александрович Горбачев етәкселегендә ойошторола. Был эштәрҙән беҙҙең ауыл Советы ла ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Өс ауылда ла – Сауыҙбаш, Сауыҙ һәм Һаҡлауҙа МХО яугирҙәренә ярҙам итеү эшенә барыһы ла ихлас күңелдән ҡушыла. Әлеге ваҡытта райондан гуманитар йөк әҙерләнә, шуға күрә бөтә ауылдарҙа посылкалар әҙерләйҙәр, маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, сәк-сәктәр бешерәләр.

Ауыл халҡы менән өс селтәр эшләнек: береһен Сауыҙбаш мәктәбе коллективы үрҙе, тағы икәүһе Һаҡлау һәм Сауыҙбаш клубтарында хаҡлы ялдағы ветерандар ҡатнашлығында башҡарылды. Саҡ ҡына алдараҡ бер егетебеҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ине, уға бик күп посылкалар, күстәнәстәр туплап ебәрҙек. Ауыл халҡы уның аша яугирҙәргә минлек тә әҙерләп оҙатты.

Ошо көндәрҙә ветерандар советы үҙ бүлмәһенә йыйылып, матур итеп сәк-сәк, бауырһаҡ бешерҙе. Был эште ветерандар советы рәйесе Мәрүә Файзылғаян ҡыҙы менән әлеге хәрәкәттең әүҙемсеһе Вариса Ҡасим ҡыҙы ойошторҙо.

Шулай уҡ ауыл халҡы һалдаттарға посылка ебәреү өсөн даими рәүештә аҡса йыйыуҙы ойоштора.  Бының өсөн яуаплы кешене билдәләйбеҙ. Был йәһәттән хәрби иҫәпте алып барған белгес Кәүсәриә Муллайән ҡыҙы Яҡупова бик әүҙем, матур эшләй. Ул яугирҙәр менән даими бәйләнештә, шуға күрә уларға тап әлеге мәлдә нимәләр кәрәк булыуын белеп тора. Бөгөнгө көндә, әйткәнемсә, гуманитар йөк менән оҙатыласаҡ посылкалар өсөн әйберҙәр туплау эше дауам итә.

Алдағы көндәрҙә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә утын килтереүҙе планға алғанбыҙ. Әлеге ваҡытта техника ураҡ эштәренә йәлеп ителгән, улар бер аҙ бушау менән ошо эшкә тотонасаҡбыҙ.

МХО-ға ярҙам эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, ихлас күңелдән ҡушылған, өлөш индергән ауыл халҡына ҙур рәхмәт! Шулай берҙәм көс менән еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереп, яҡташтарыбыҙҙың тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын көтөп йәшәйбеҙ, – хәбәр итте Эльза Әхиәр ҡыҙы.  

БЕЛЕШМӘ

Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға контракт төҙөгән яугирҙәргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Түләү РФ Оборона министрлығы менән бер йылдан күберәк мөҙҙәткә контрактҡа ҡул ҡуйғандарға түләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда быйыл 10 июлдән республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артты.

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған кеше бер тапҡыр республиканан 505 мең һум аласаҡ. Өфө хакимиәте өҫтәмә рәүештә 300 мең һум түләй.

Шулай итеп, 400 мең һумға тиң федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандан ил һағына юлланған хәрбиҙәр бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аласаҡ.

Бөтә һорауҙар буйынса төбәк халҡы ситуацион үҙәктең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарында мөрәжәғәт итә ала.

Һайлап алыу пункты номеры: (347) 248-29-31.

Фотолар: Краснокама районы хакимиәте сайтынан. 

Краснокамалар ҙа ситтә ҡалмай
Краснокамалар ҙа ситтә ҡалмай
Краснокамалар ҙа ситтә ҡалмай
Краснокамалар ҙа ситтә ҡалмай
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас