Геройҙар дәүере
21 Сентябрь 2024, 06:40

Һәр ветеранға, ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә

"Ватанды һаҡлаусылар" фонды махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. “Ватанды һаҡлаусылар" фондының төп бурыстарының береһе - махсус хәрби операция ветерандарын тыныс тормошҡа социалләштереү һәм яраҡлаштырыу. Беҙ уларға психологик ярҙам алырға ла ярҙам итәбеҙ, - ти Ләйсән Мәхмүтова.

Һәр ветеранға, ғаиләләренә ярҙам күрһәтеләҺәр ветеранға, ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә
Һәр ветеранға, ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә

2023 йылдың 1 июненән башлап фондтың Мәләүездәге вәкилдәренә төрлө ярҙам төрҙәре буйынса 346 ғаилә мөрәжәғәт иткән. Атап әйткәндә, социаль координаторҙар оҙайлы тәрбиә системаһы буйынса ярҙамсы рәсмиләштерергә ярҙам иткән. Демобилизацияланған яугир МХО ветерандарына ярҙамлашырға шатланып риза булған.

"Ватанды һаҡлаусылар" фонды махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. “Ватанды һаҡлаусылар" фондының төп бурыстарының береһе - махсус хәрби операция ветерандарын тыныс тормошҡа социалләштереү һәм яраҡлаштырыу. Беҙ уларға психологик ярҙам алырға ла ярҙам итәбеҙ, - ти Ләйсән Мәхмүтова.

Фонд хеҙмәткәрҙәренә төрлө бурыс йөкмәтелгән. Социаль координаторҙарҙың телефоны тынмай, мөрәжәғәт менән ата-әсәләре, туғандары килә.  Шуныһы күҙгә ташлана: улар һәр мөрәжәғәтте ихлас тыңлай, тиҙ арала уны хәл итеү юлдарын эҙләй, мөрәжәғәт иткән һәр кемгә ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын эшләй. Кешеләрҙең бында ҡабат-ҡабат килеүе ғәжәп түгел, белгестәрҙең тыңлауҙары, әхлаҡи яҡтан да, эш менән дә ярҙам итеүҙәре билдәле. Миҫалға, йортона кухня стенкаһы урынлаштырған мәлдә Смаҡ ауылында йәшәгән ветеранды барып күрергә насип булды. Илдар Кәбировтың өйөндә махсус өҫтәл, карауат, ванна бүлмәһе һәм башҡа уңайлыҡтар тыуҙырылған, улар барыһы “Ватанды һаҡлаусылар” фонды ҡатнашлығында башҡарылған.

Тән яраһы менән йән яраларын да уңалтыуға ҙур иғтибар бүлә фонд хеҙмәткәрҙәре. Йәй айында махсус хәрби операция ветерандары, һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары менән “Беҙҙең ғаилә – беҙҙең Еңеү!" проекты сиктәрендә “Ер көсө” III Төбәк-ара этномәҙәни патриотик фестиваленә барып, традицион уйындар, ғаилә йолалары менән танышҡан. Фонд филиалы белгестәре, юристар, шулай уҡ табиптар: стоматолог, эндокринолог, физиотерапевт, клиник психологтарҙан консультация алған. Август айында иһә Өфө ҡалаһында  Мәскәү артистары Ольга Кабо, Дмитрий Щербин  ҡатнашлығында  ҡуйылған “Ебәрелмәгән хаттар” спектаклен ҡарарға барып ҡайтҡандар.

Яраланып ҡайтҡандарға реабилитация осоро еңел түгел. Дәүләт яғынан ошондай ярҙам, аңлау, өҫтөнлөктәр, йәмғиәттән ихтирам булғанда яугирҙәр ҙә ҡәҙимге йәшәү шарттарына тиҙерәк яраҡлашыр.

Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

 - Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү бөтә кимәлдәге власть органдарының изге бурысы булып тора. Әммә был эшкә ирекмәндәрҙе һәм ирекмәндәрҙе йәлеп итеү икеләтә ҡиммәтле, сөнки улар йөрәк саҡырыуы буйынса бындай функцияны үтәй. Был иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе.

Альбина АРЫҪЛАНОВА, социаль координатор:

 - Фондтың Мәләүез филиалы икенсе йыл әүҙем эш алып бара. Ошо арауыҡ эсендә байтаҡ эш башҡарылды. Беҙҙең республикала 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Республика шифаханаларына яугирҙәргә, ҡатындарына йәки ата-әсәләренә бушлай йүнәлтмәләр бирелә. Муниципалитетта йәшәгән 80 ғаилә ошондай мөмкинлектән файҙаланды.

 

 

 

Һәр ветеранға, ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә
Һәр ветеранға, ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә
Һәр ветеранға, ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә
Һәр ветеранға, ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас