Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә яугирҙәргә күндән бетеү әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткән. Махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн бетеү әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресен «Йәнгүҙәй» халыҡ фольклор ансамбле ағзалары өсөн (ансамбль етәксеһе - Гөлсиә Мөхәмәт ҡыҙы Шәмсетдинова) «Ете ҡыҙ» этнография һәм халыҡ-ҡулланма ижады халыҡ студияһы етәксеһе Миңзилә Ишбулат ҡыҙы Ғәйнуллина ойошторған.
Меңәрләгән йылдар элек алыҫ ата-бабаларыбыҙ үҙҙәрен һәм ғаиләһен яуыз көстәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡларға тырышҡан. Улар яуызлыҡтан, күҙ тейеүҙән, хәүеф-хәтәрҙән һаҡлаусы доғаларҙы үҙендә йөрөткән. Шулай итеп тәүге бетеүҙәр барлыҡҡа килгән.
Бындай ысын күңелдән эшләнгән бетеүҙәр Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙы һаҡлаясаҡ. Бындай күндән эшләнгән бетеүҙәр гуманитар ярҙам менән бергә октябрь башында ебәрелә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡалала йәшәүсе һәр кеше «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» акцияһына ҡушыла һәм беҙҙең уртаҡ Еңеүгә ҡулдан килгәнсә өлөш индерә ала.
Фото: Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге төркөмөнән