Геройҙар дәүере
23 Сентябрь 2024, 10:00

"Захар" ил тыныслығын һаҡлай

Батырыбыҙ күптән түгел ялға ҡайтҡан

"Захар" ил тыныслығын һаҡлай"Захар" ил тыныслығын һаҡлай
"Захар" ил тыныслығын һаҡлай

Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙҙың ҡыҫҡа ваҡытлы ялға тыуған яҡтарына ҡайтыуы тураһында даими яҙып торабыҙ. Мәҫәлән, "Захар" позывнойлы батырыбыҙ күптән түгел отпускка ҡайтҡан. Ошо турала шатлығы менән Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов уртаҡлашҡан.

– Бөгөн беҙгә ҡыҫҡа отпускка ҡайтҡан яҡташыбыҙ килде, – тигән Рөстәм Динислам улы. – "Захар"  күп бала атаһы, ул былтырҙан алып махсус хәрби операция зонаһында ҡатнаша. Әйткәндәй, бынан өс ай элек улы тыуҙы. Ҡыуаныстың да ниндәй ҙуры!

Рөстәм Шәрипов һөйләүенсә, яҡташ һалдаттың кәйефе күтәренке, киләсәккә маҡсаттары изге. "Захар" кеүек батырҙар менән разведкаға барырға мөмкин.

Фото: Рөстәм Шәрипов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас