Геройҙар дәүере
24 Сентябрь 2024, 14:00

Уларҙың улдары беҙҙең именлекте һаҡлай

Ошондай батыр улдар үҫтергән әсәләргә оло рәхмәт!

Уларҙың улдары беҙҙең именлекте һаҡлайУларҙың улдары беҙҙең именлекте һаҡлай
Уларҙың улдары беҙҙең именлекте һаҡлай

Был фотолағы әсәләрҙең батыр улдары бөгөн махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Ҡыйыу егеттәр һынатмай, намыҫ менән хеҙмәт итеп, Ватанды ҡаһармандарса һаҡлай. Саҡмағоштар яҡташтарын онотмай, даими рәүештә гуманитар ярҙам туплауҙа  ҡатнаша.

Райондың Ҡаран ауылы клубында  яугирҙәр хөрмәтенә үткәрелгән күркәм кисә бик иҫтәлекле сараларҙың береһе булды. “Улдарыбыҙ Тыуған ил һағында” тип аталған кисәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең әсәләре менән тулҡынландырғыс та, шатлыҡлы ла  бик йылы осрашыу булды, тип яҙа “Игенсе”. Был әсәләрҙең яратҡан улдары бөгөн беҙҙең именлекте һаҡлай, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көнө-төнө хеҙмәт итә. Ошондай батыр улдар үҫтергән әсәләргә оло рәхмәт!

Осрашыуҙа ҡатнашҡан әсәләр улдары тураһында һөйләне һәм уй-кисерештәре менән уртаҡлашты. Тайнаш ауылы мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары  музыкаль бүләктәре менән һөйөндөрҙө. Осрашыу аҙағында яугир әсәләренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Лиана Ханмурзина фотоһы. https://vk.com/club149106081

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас