Геройҙар дәүере
25 Сентябрь 2024, 13:00

Ғорурланырлыҡ ул үҫтергән улар

Ата-әсәгә хәрби частан Рәхмәт хаты килде.

Ғорурланырлыҡ ул үҫтергән уларҒорурланырлыҡ ул үҫтергән улар
Ғорурланырлыҡ ул үҫтергән улар

Илеш районында йәшәгән Ләйсән Мөхәмәтҡасим ҡыҙы һәм Илшат Әбүзәр улына яңыраҡ улдары Тимур хеҙмәт иткән хәрби частан Рәхмәт хаты килде, тип хәбәр итә “Маяҡ” гәзите. Ингушетия Республикаһында хеҙмәт иткән кесе сержант Тимур Ғәлиевтең ата-әсә  лайыҡлы ул үҫтергәндәре менән ғорурлана ала.  

Яҡташыбыҙ Ватан сиген һаҡлау буйынса хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Хәрби часть командованиеһы Рәхмәт хатында егеттең үҙенә ышанып тапшырылған техниканы һәм ҡоралдарҙы яҡшы белеүен, башҡаларға өлгө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған.

“Белемен хеҙмәттәштәре менән уртаҡлашырға, уларға ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер. Улығыҙҙа хеҙмәт һөйөүсәнлеге, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләүегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!” – тиелә Рәхмәт хатында.

Егетте октябрь айы башында өйөндә туғандары һәм ғаиләһе көтә.

Фото: https://mayakrbt.ru/news/obshchestvo/2024-09-19/yaktashlarybyz-laekly-hezm-t-it-3934836?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=163733178

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас