Геройҙар дәүере
29 Сентябрь 2024, 08:30

Яугиргә махсус кресло алырға ярҙам иткәндәр

Хәҙер махсус хәрби операция ветераны өҫтәмә функциялы заманса кресло-коляска ярҙамында йөрөй. 

Яугиргә махсус кресло алырға ярҙам иткәндәрЯугиргә махсус кресло алырға ярҙам иткәндәр
Яугиргә махсус кресло алырға ярҙам иткәндәр

"Ватан һаҡсылары" фонды Башҡортостан филиалының Миәкә районындағы вәкиле - социаль координатор Айгөл Ҡәнзәфәрова махсус хәрби опреция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә шәхси ярҙам күрһәтә.  

"Алға" позывнойлы ветеран, коляска алыуҙа ярҙам һорап, фондтың филиалына мөрәжәғәт итә. Социаль координатор уны юлларға, документтар тупларға ярҙамлаша һәм махсуслаштырылған күп функциялы коляска алырға ярҙам итә. Хәҙер өҫтәмә функциялы заманса кресло-коляска махсус хәрби операция ветеранына өйҙән ситтә лә уңайлы, еңел хәрәкәтләнергә ярҙам итә. Ҡоролмаға "атлай торған" махсус механизм ҡуйылған, ул баҫҡыстарҙы, бордюрҙы, башҡа ҡаршылыҡтарҙы еңел үтергә мөмкинлек бирә. 

Айгөл Ҡәнзәфәрова "Алға"ның маҡсатлы, егәрле булыуын билдәләй. Ветерандың ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булһа ла, яҡташыбыҙ ярҙам көтөп кенә ултырмай,  өйөнә ремонт та үткәрә башлаған. Ветеранға йортон шәхси ихтыяждарына яуап бирерлек итеп үҙгәртергә лә булышлыҡ итергә ниәтләйҙәр. 

Сығанаҡ: https://vk.com/miyaki_adm

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас