Райондарға командировка мәлендә йыш ҡына махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр йәки уларҙың ғаиләләре менән осрашырға тура килә. Һәр бер осрашыу күңелдә үҙенең тәьҫораттарын ҡалдыра. Әңгәмәләшкәндә һалдаттың яҡындары илап та ала, шул ваҡытта күҙҙәрендә ғорурлыҡ сатҡылары ла сағыла. Ошо көндәрҙә Бүздәк районынының Ахун ауылында “Хафиз” позывнойлы ир-егеттең ғаиләһе менән осрашыу форсаты тейҙе.
Әллә ҡайҙан күренеп торған күркәм йорттоң эсенән дә ҡот бөркөй. Бындағы зауыҡ, уңайлылыҡ ғаилә башлығының үҙ ҡулдары менән булдырылған. Яугирҙең тормош иптәше, ауылда оҙаҡ йылдар фельдшер булып хеҙмәт итеүсе Рузилә Хафизова бик ихлас ҡаршы алды. Беҙҙең менән күрешергә тип, Саҡмағош районынан һалдаттың әсәһе Ләлә апай ҙа оло йәштәмен тип тормаған килеп еткән. Бының өсөн бигерәк тә шатландыҡ. Әңгәмәбеҙ үҙенән-үҙе яугир тураһында һөйләшеүҙән башланып китте.
– Ирем Себерҙә эшләп йөрөй ине. Былтыр алдан уҡ махсус хәрби операцияға барырға теләге барлығын һиҙҙерткәйне. “Йәш балалар һуғышҡа киткәнсе, үҙем барам” тигәне булды. Уйлап йөрөп августа ныҡлап хәл итте. Тәүҙә быны бик ауыр ҡабул иттек. “Мин ил һаҡсыһы, илде һаҡларға тейешмен. Ҡарар иткәнмен” тип уйында ныҡлы торғас, уға ҡаршы килмәнек, – тип һөйләп алып китте Рузилә Рәйес ҡыҙы.
Яугир күңелдәге патриотик тойғо бер көндә барлыҡҡа килмәгән. Бала саҡтан уҡ һалынған ул. Ваҡыты еткәс, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан, үҙенең ил һаҡсыһы булыуы менән ул бик ғорурлана.
Өс улын – Гизәр, Рузил, Ленарҙы ла үҙенең өлгөһөндә, тыуған еренең ысын патриоты итеп тәрбиәләй. Уларҙы ла “Егет кеше армияға барырға тейеш” тип үҫтерә. Шуға өлкән ике улдары ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан да инде. Кесеһе Ленарға әле 17 йәш, Өфөлә колледжда белем ала.
– Беҙ 27 йыл бергә ғүмер итәбеҙ. Бөтә яҡлап терәк булған ышаныслы ғаилә башлығы ул. Йортобоҙҙо үҙ ҡулдары менән һалды. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә. Ағас эшен дә белә, тимерҙекен дә. Уйлағанын оҙаҡҡа һуҙмай, тиҙ генә башҡарып ҡуя. Улдарын да үҙе белгән һөнәрҙәргә өйрәтеп үҫтерҙе. “Атайығыҙҙан үрнәк алығыҙ, унан өйрәнегеҙ” тип әйтеп кенә торҙом улдарыма ла. Олатаһы баҡсасы булғанғамы икән, ирем дә тәбиғәт, урманды ярата. Шуға умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлағайны. Был эшкә кесе улыбыҙ Ленарҙы өйрәтте. Шуға быйыл каникул осоронда ҡорттарҙы улыбыҙ ҡараны, – тип һөйләне Рузилә ханым.
“Хафиз” махсус хәрби операцияла ла үҙен яуаплы һалдат итеп күрһәтеп өлгөргән. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған. Бынан тыш хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн хеҙмәт иткән еренән Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Беҙ һөйләшкән арала һүҙгә ҡушылмай сабыр ғына тыңлап ултырған Ләлә апай менән дә һөйләшеүебеҙ тиҙ беректе. Ғаиләһе өсөн генә түгел, иле өсөн ҡалҡан була белгән улы тураһында һөйләгәндә әсә йөрәге лә ғорурланыу хистәренә тулышҡандыр.
–Улым – ғорурлығым. Бала саҡтан шаян холоҡло булды. Бик матур итеп армияла ла хеҙмәт итеп ҡайтты. Киленемдән дә уңдым, нисә килһәм дә, асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Улым үҙе һуғышта йөрөһә лә, һаман беҙҙе хәстәрләй. Шылтыратып тора, “Сирләмә!” тип хәлдәремде һораша. Ике тапҡыр ялға ҡайтты, икеһендә лә сәскә гөлләмәләре менән ҡайтып төштө. Туғыҙар букет сәскә алып ҡайтып яҡындарын һөйөндөрҙө. Былтыр Әсәйҙәр көнөнә курьер аша гөлләмә ебәргән. Тәүҙә ышанмай торҙом. Хатта шатлығымдан илап ебәрҙем. Улым иҫән-һау йөрөп ҡайтһын тип доғалар уҡып, теләктәр теләйем. Үҙе лә доғалар уҡы, тип әйтә, – ти әсә.
“Хафиз” позывнойлы яугирҙең әсәһенең дә, ҡатынының да теләге бер - иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, улдарының туйҙарында йөрөһөн, ейән-ейәнсәрҙәрен күрһен.
Һағынып көткән яҡындары хаҡына Ахун яугире мотлаҡ йәнтөйәгенә иҫән-имен ҡайтырға тейеш. Сөнки ул ғаиләһенә, тыуған еренә бик кәрәк.
Автор фотоһы.