Ошо көндәрҙә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Светлана Лавроваға урындағы мәктәптең 6 “б” класы уҡыусылар килде.
Улар класс етәкселәре Лилиә Мөхтәрова һәм технология уҡытыусыһы Ильмир Хәйретдинов менән берлектә изге ниәтте тормошҡа ашырҙы – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһенең ихатаһын тәртипкә килтерҙе. Балалар тиҙ арала уны сүп-сарҙан һәм япраҡтарҙан таҙартты, күмәкләшеп утын өйҙө. Оло йәштәге ханым өсөн был ысын мәғәнәһендә ҙур ярҙам.
Светлана Викторовнаның улы Иван (позывнойы – “Фаза”) ҡәҙимге тормошта тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерһә, хәрби осорҙа взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт иткән.
Уны аралашыусан, музыка яратҡан, ихлас булмышлы ир-ат тип беләләр. Иван ғаилә ҡорған, ҡатыны менән ике бала үҫтергән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны дошман пуляһы аямаған: ошо көндәрҙә Ивандың һәләк булыуы һәм тыуған яғында ерләнеүе хаҡында мәғлүм булды.
Район хакимиәтендә яугирҙең ғаиләһенә һәм әсәһенә даими ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, тип хәбәр иттеләр.
Фото Мәсетле районы хакимиәте төркөмөнән.