Бүздәк районында тыуып үҫкән ир-егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә автомобиль оҙатты, тип хәбәр итә "Буздякские новости".
“Энерго-комплект” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Салауат Кәлимуллин, Марат Дәүләтшин, Эдуард Мостаев “Нива” автомобилен яҡташтарына операция зонаһына әҙерләнеүсе гуманитар йөк составында ебәрергә булды. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Салауат Ҡунаҡҡужин билдәләүенсә, хәрбиҙәргә бындай ярҙам һәм хәстәрлек күрһәтеү ҙур әһәмиәткә эйә һәм уларҙың рухын күтәреүгә булыша.
Бүздәктәр яугирҙәргә гуманитар йөк туплауҙа махсус хәрби операция башланыу менән әүҙем ҡатнаша. Әле лә ауылдарҙа был мөһим эш дауам итә.