“Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Альберт Шаһиморатов йәш быуын вәкилдәрендә илһөйәрлек тәрбиәләү, тарихи иҫтәлекте, мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса әүҙем эш өсөн эстрада йырсыһы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Малининға Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Йырсы үҙен йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ветерандарҙың хеҙмәтен, хәрби ҡаҙаныштарын юғары баһаланы. “Тыуған ил өсөн ҡылған изгелектәрегеҙ өсөн рәхмәт. Хәрби ғәмәлдәргә Тыуған илен яҡлай алған иң һөнәри кешеләрҙе ебәрәләр. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем”, - тине ул.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, йырсының Афғанстандағы, Төньяҡ Кавказдағы, Сүриәләге, махсус хәрби операциялағы “Хәрби туғанлыҡ” республика бүлексәһе ағзалары менән осрашыуы 13 октябрҙә артистың концертынан һуң булған.
Фотолар: “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан бүлексәһе.
Сығанаҡ: “Башинформ”.