Геройҙар дәүере
16 Октябрь 2024, 13:00

“Мага” атаһына бүләк яһаны

Яугир туғандарына өндәшмәйенсә генә ҡайтҡан.

“Мага” атаһына бүләк яһаны“Мага” атаһына бүләк яһаны
“Мага” атаһына бүләк яһаны

Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһы егете 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға саҡырыла. Ул саҡта 25 йәштә була. Ошо көндәрҙә яугир дүртенсе тапҡыр отпускыға ҡайтҡан.

– Ялға ҡайтҡанымды яҡындарыма әйтмәҫкә тырышам, әммә улар гел генә дуҫтар аша нисектер белә лә ҡуя. Был юлы, ниһайәт, сюрприз килеп сыҡты, – тип ҡыуанысын уртаҡлашты “Мага”.

Яугир атаһының 60 йәшлек юбилейын туйлаған мәлгә ҡайтып етә. Иң тәүҙә атаһын ҡосаҡлап ала. Бер нәмә лә белмәгән әсәһе уны башта абайламай, ә күреп ҡалғас, илап ебәрә. Егет әсәһенә ҡулындағы ап-аҡ сәскәләрҙән торған гөлләмәне бүләк итә.

“Мага” ике йыл эсендә бик күп хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан, шул иҫәптән Луганск Халыҡ Республикаһының – Кременная, Донецк Халыҡ Республикаһының Авдеевка ҡалалары өсөн алышҡан.

Яугир “Башҡортостан” гәзитенә үҙенсәлекле позывнойының тарихын һөйләне:

– Өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылғас, беҙ тәүҙә Ҡазан ҡалаһында урынлаштыҡ. Унда егеттәр ниңәлер миңә “Мага” тип ҡушамат таҡты, үҙемә лә оҡшап китте. Һәр кем үҙенә позывной уйлап сығарһын, тип әйтелгәс, мин яңы ҡушаматты яҙҙым.

Фото һәм видео: "Мага"ның шәхси архивынан.

 

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас