Учалы ҡалаһында йәшәгән Гөлнара Ибәтуллина махсус хәрби операцияла һәләк булған иренә йыр бағышлап йырлай.
“Ул ҡайтырға һүҙ бирҙе, әммә...” Былтыр ҡәҙерле ирем вафат булғандан һуң 40-сы көндә ошондай пост яҙғайным. Ирем һәр ваҡыт ҡайтырға вәғәҙә бирҙе, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көн килеп етмәне. Юғалтыу иҫ киткес, ҡайһы берҙә һүҙҙәр мин тойған һыҙланыуҙы еткерә алмай.
Пост 2023 йылдың 30 октябрендә минең “Бәйләнештә”ге сәхифәмдә баҫылып сыҡты. Мин беҙҙең заман тураһында бөтәһен дә бергә яҙҙым, һәм был күптәрҙең йөрәгенә үтеп инде. Тап ошо пост буйынса Сәүиә Зарипова шиғыр яҙҙы һәм көй ижад итеүҙе, йырлауҙы һораны. Уңышлы килеп сыҡты. Шиғырға музыканы Илнур Ҡәләмов яҙҙы. Бөгөн мин үҙемдең йырымды яуҙа һәләк булған иремә бағышларға теләйем.
Был көй – минең иҫтәлеккә һәм мәңге йәшәйәсәк мөхәббәтемә хөрмәт. Уны ишеткәс, һәр кем уның менән булған көстө һәм хистәрҙе тоя алыр, тип өмөтләнәм.
Был ауыр осорҙа беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Һеҙ – минең таянысым”, – тип яҙған Гөлнара Ибәтуллина “Бәйләнештә”гә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Йырҙы Гөлнара Ибәтуллина үҙе башҡара. Йырҙың авторы – Сәүиә Зарипова, ә композитор Илнур Ҡәләмов йырҙың көйөн яҙған, аранжировка эшләгән. Клипты видеограф Азат Шакиров төшөргән.
Мәғлүмәт һәм фото, видеояҙма сығанағы: Гульнара Ибатуллина