Геройҙар дәүере
22 Октябрь 2024, 12:00

“Изгелек донъяһы”ның йылыһы һәр кемгә етерлек

"Ҡатын-ҡыҙҙар гвардияһы" ағзаларына иғтибарыбыҙҙы һәм ихтирамыбыҙҙы белдерер, дәртләндерер өсөн  бушлай бассейнда йөҙөргә, фитнес менән шөғөлләнергә, ял итергә, сәй табыны әҙерләп, күңелдәрен бушатырға уңайлы мөхит тыуҙырҙыҡ.

“Изгелек донъяһы”ның йылыһы һәр кемгә етерлек“Изгелек донъяһы”ның йылыһы һәр кемгә етерлек
“Изгелек донъяһы”ның йылыһы һәр кемгә етерлек

Ышанысты яулау еңел түгел

Тәтешле районында байтаҡ йылдар уңышлы эшләп килгән автономлы коммерцияға ҡарамаған социаль хеҙмәтләндереү үҙәген юҡҡа ғына “Изгелек донъяһы” тип атамағандарҙыр. Уларҙың хәстәрендә – ярҙамға мохтаж инвалид балалар, хөрмәткә һәм ҡурсалауға лайыҡ яңғыҙ олатай-өләсәйҙәр һәм ,әлбиттә, бөгөн Ватан һағында беҙҙең яҙмышыбыҙҙы хәл иткән яугирҙәребеҙҙең ғаилә ағзалары. Ошо көнүҙәк мәсьәләләрҙе көн һайын хәл итеүсе социаль хеҙмәткәрҙәр һаны ни бары 44 кеше тәшкил итә, һәр береһенә 17-18 тәрбиәләнеүсенең тормош сифатын яҡшыртыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға тура килә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары түләүһеҙ социаль хеҙмәтләндереүгә хоҡуҡлы. Яугирҙәр өйҙә социаль хеҙмәткәр ярҙамын бушлай ала, көндөҙгө стационарҙарҙа, йорт-интернатарҙа, психоневрологик интернаттарҙа шулай уҡ бушлай хеҙмәтләндерелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына ла шундай уҡ ярҙам төрҙәре, йорт-интернаттарға, психоневрологик интернаттарға сиратһыҙ путевка биреү ҡаралған.

“Изгелек донъяһы”үҙәгенең директоры Гүзәл Илдар ҡыҙы Әхмәтдинова әйтеүенсә, социаль хеҙмәткәрҙәр ҡарамағындағы 808 кешегә уға ғына ярашлы булған шәхси программа төҙөлгән. “Әлеге ҡатмарлы осорҙа социаль ярҙам хеҙмәтенә айырыуса ихтыяж ҙур!” – ти Гүзәл Илдар ҡыҙы. Тынғыһыҙ етәксе ошо мәшәҡәтле эш менән генә сикләнмәй, бынан ике йыл элек йәнә ҙур ҡоласлы эшкә тотонмаҡсы итә, республика командаһының “үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”тигән эш принцибына ҡушылып, райондаштарының тәрән аҡылына, рәхимлегенә, миһырбанлығына таянып һәм аңлауға иҫәп тотоп, “СВОи волонтеры” командаһын булдыра. Быныһы инде йөрәк ҡушыуы буйынса атҡарылған йәмәғәт эше. Ирекмән – үҙ теләге менән ярҙам итеүсе, элек беҙ уларҙы “тимурсылар” тип атап йөрөтә инек, хәҙер уларҙың эш даирәһе байтаҡҡа киңәйҙе. Был идеяның нисек барлыҡҡа килеүен Гүзәл Әхмәтдинова былай тип аңлатты:

– Махсус хәрби операция башланғас та был уй менән янып йөрөй башланым. Тик биләгән вазифам ул саҡта финанс мәсьәләләрен сисергә мөмкинлек бирмәй ине. Икенсе вазифаға күскәс, ҡулдар сиселде, гуманитар ярҙам туплау буйынса эш әүҙемләште. Май айында карталағы иҫәпкә һәр бюджет ойошмаһы ағзаһының бер көнлөк эш хаҡын күсереүҙән башланды. Бер айҙа бер миллион һум аҡса тупланды. “Бәйләнештә” селтәрендә үҙ сайтыбыҙҙы булдырҙыҡ.

– Аҡса йыйыу – сетерекле мәсьәлә. Кеше уның нисек, ҡайҙа, ниндәй ихтыяж өсөн тотонолоуы хаҡында  асыҡ белеп етмәгәнлектән, тап шул арҡала ышанмаусанлыҡ тыуыуы ла ихтимал бит әле. Һеҙ был йәһәттән аңлатыу эшен нисек ойоштораһығыҙ?

–Тәүҙә, ысынлап та, барыһы ла шыма ғына барманы. “Аҡсалата ярҙам итмәйем, барыбер ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға барып етмәй”, тип әйтеүселәр ҙә булғыланы. Халыҡ ышанысын яуларға кәрәк ине. Йыйылған һәр һум яугирҙәргә бик кәрәкле ҡиммәтле техникаға, дарыуҙарға, көнкүреш кәрәк-яраҡтарына тотонола. Был хаҡта отчет “Бәйләнештә” ге төркөмдәр битендә бирелеп бара. Социаль селтәрҙәрҙәге был эште иртәрәк башларға кәрәк булғандыр, тигән уйға киләм хәҙер. Яугирҙәр менән тығыҙ бәйләнеш тә эште ойошторорға ныҡ ярҙам итә. Мәҫәлән,”Кипиш” позывнойлы егетебеҙ менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ, тәү сиратта ниндәй техника, материал кәрәклеген ул иҫкәртә, кәңәш бирә. Яугирҙәр “Танып” шифаханаһы ебәргән өс тонна һыу,  ағас материалдар, 18 берәмек техника ( мотоцикл, квадроцикл, машина), блиндаж шәмдәре  өсөн бик рәхмәтле булды. Махсус хәрби операция зонаһына 16 гуманитар ылау оҙатылды, әле лә был йәһәттән эш дауам итә, – ти Гүзәл Әхмәтдинова. – Йома һайын район үҙәгендә үткән йәрминкәләрҙә палатка ҡороп, музыка ҡуйып, гуманитар ярҙам ойоштороуға халыҡ иғтибарын йәлеп итәбеҙ. Киләләр, һорашалар. Бындай аралашыуҙар ике яҡ өсөн дә уңышлы.

“Ҡатын-ҡыҙҙар гвардияһы” сафҡа баҫа

Тәтешлеләр фантазияға бай, ҡыҙыҡһыныусан, ижади халыҡ. Ауыр мәлдәрҙә лә уларҙың эште ойоштороу оҫталығына хайран ҡалырлыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ҡатындары, әсәләре һәм ҡыҙҙарынан торған “Ҡатын-ҡыҙҙар гвардияҺы” бөгөн алғы сафта. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илдус Хәйҙәр улы Хисмәтуллин был “гвардияның” тыуыу тарихы менән таныштырҙы.

– Физкультура-һауыҡтырыу комплексының бер бүлмәһендә ҡатын-ҡыҙҙар даими рәүештә яугирҙәр өсөн селтәр үрә. Бик шәп эшләйҙәр. Бер аҙна эсендә 3x6 ҙурлығында ете селтәр әҙер булды! Ирҙәре, атайҙары, улдары, кейәүҙәре алғы һыҙыҡта булыуына ҡарамаҫтан, улар һис күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, киреһенсә, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ойошторолған бөтә эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Ошо гүзәл аҫыл заттарыбыҙға иғтибарыбыҙҙы һәм ихтирамыбыҙҙы белдерер, дәртләндерер өсөн уларға бушлай бассейнда йөҙөргә, фитнес менән шөғөлләнергә, ял итергә, сәй табыны әҙерләп, күңелдәрен бушатырға уңайлы мөхит тыуҙырҙыҡ. “Ҡатын-ҡыҙҙар гвардияһы” ағзалары 15 сәғәттән 19 сәғәткә тиклемге осорҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексында рәхәтләнеп шөғөлләнә ала.

Беҙ тап ошо егәрле, көслө характерлы аҫыл заттарыбыҙ өсөн электрон тир асыу уйы менән йөрөйбөҙ. Автомат йыйырға ла өйрәтәсәкбеҙ әле. Гвардиясылар йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҡатнашыу өсөн ирекле дружина төҙөү, үҙҙәре өсөн форма, эмблема, шеврон булдырыу идеяһы менән уртаҡлашты. Һис шикһеҙ, ярҙам итәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ, үҙ күҙҙәрегеҙ менән “Ҡатын-ҡыҙҙар гвардияһы” тирын күреп ҡайтығыҙ, – тип Илдус Хәйҙәр улы беҙҙе ҙур ғорурлыҡ менән Башҡортостан Башлығы грантына алынған тир ҡорамалдары менән таныштырҙы. – Инструкторыбыҙ бар, винтовка, алты төрлө ҡорал алынған, ноутбук ҡына алһаҡ... 965 мең һумлыҡ грант отоуыбыҙға бик шатбыҙ. Район хакимиәте ремонт эштәрен  үткәрергә ярҙам итте. Гвардиясы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ менән масхалаттар тегеүгә тотонорға уйлайбыҙ. Минең уҡыусыларым, тэквондо көрәше буйынса спортсыларым да, бөгөн беҙҙең именлекте һаҡлау өсөн алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Егеттәребеҙгә ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Шул иҫәптән, социаль проекттар яҡлау, грант конкурстарында ҡатнашыу ҙа етди бурыс булып ҡала.

 “Йома һайын – йөҙ һум...”

Гүзәл Әхмәтдинова команданың яңы традицияһы менән дә таныштырҙы. “Һәр йома һайын “СВОи волонтеры” ойошмаһына – 100 һум” тигән саҡырыу көтөлгәндән дә ҙурыраҡ һөҙөмтә бирҙе, – тине ул, – халыҡ хуплап ҡаршы алды, шулай итеп, ай тамамланып та өлгөрмәҫ элек 700 мең һум аҡса тупланды. Яугир яҡташтарыбыҙ яҙмышына битараф булмаған бик күптәр ҡушылды. Хаталарыбыҙҙы төҙәтә-төҙәтә, башҡаларҙан өйрәнә-өйрәнә яңы идеялар менән янып йәшәйбеҙ. Ваҡытында кемгәлер ярҙам күрһәтә алһаҡ, балалар кеүек шатланабыҙ. Беҙҙең фекерҙе хуплап, дөйөм эшкә өлөштәрен индергән һәр кемгә рәхмәт әйткем килә. Бындай берҙәмлек булғанда беҙҙе бер кем дә еңә алмаҫ.

Алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ менән тәүлек әйләнәһендә бәйләнештәбеҙ. Әгәр беҙҙең тырышлығыбыҙ ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға, рух көсөн нығытырға ярҙам итә икән, тимәк, эшебеҙ бушҡа түгел. Яугирҙәребеҙҙең әсәләре күңел йылыһын һалып киҫкән туҡмас та, балаларҙың ихлас хаттары ла, бүләктәр, һалдаттарҙың һорауы буйынса алынған бронежилеттар, тепловизорҙар, рациялар, квадрокоптерҙар һәм генераторҙар ҙа еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер тип уйлайбыҙ”, – ти ҙур ышаныс менән Гүзәл Илдар ҡыҙы.

Район мәҙәниәт йорто бүлмәһендә әле лә гуманитар йөк туплау дауам итә. Йыйылған әйберҙәрҙе тартмаларға һалыуҙың да үҙ тәртибе, рәте бар икән. Һәр посылкаға тәм-том, туҡмас, сәй, кәрәк-яраҡтар бергә һалына һәм тартмалар фронттың ниндәй йүнәлештәренә китәсәгенә ҡарап, йәшел, зәңгәр, ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары төҫтәр менән билдәләнә. Йөктө тейәгәндә, бушатҡанда уларҙың ҡайҙа китәсәген билдәләү еңелерәк була. Исем һәм позывнойҙарҙан исемлек төҙөлә, посылканы ҡайҙа, кем алыуы  ентекләп теркәлә, ти ирекмәндәр.

– Һеҙҙең “СВОи волонтеры” командаһы сайтына күҙ һалып та, ниндәй яуаплы эште еңеллек, дәрт менән башҡарыуығыҙҙы күрәбеҙ. Республика көнөн байрам иткән йомала ғына ла, 11 октябрҙә, 111 111, 11 һум аҡса тупланған, ә“Әхмәт” позывнойлы яугиргә рюкзак алыуға аҡса йыйыуҙы тамамлағанһығыҙ, ”Гильза”ға квадрокоптер барып еткән, “Ястреб” һәм “Алмаз” да оҙаҡламай заказдарын аласаҡ...  

– Эйе, эшебеҙ көҙгөләге кеүек асыҡ сағыла. ”Ҡатын-ҡыҙҙар” гвардияһының эшмәкәрлеге лә, Гәрибаш халҡының парафинға аҡса йыйып, 170 окоп шәме тапшырыуы ла, Шулған мәктәбе уҡыусыларының картуф ҡаҙып, уны һатҡан аҡсаны яугирҙәргә биреүе лә, эшҡыуарҙарҙың аҡсаһына маскировкалау селтәрҙәренә материалға заказ биреү ҙә – барыһы ла социаль селтәрҙә. Яугирҙәрҙең береһе өсөн күптән түгел дрондар детекторына заказ бирҙем. Яҡташтары уға түләү өсөн аҡса йыйып, шундай хәбәр ебәргән: “Хәйерле көн! Мин Әрибаш ауылы халҡы исеменән яугир яҡташыбыҙ Вадим өсөн дрондарҙы баҫтырыусы ҡорамал алыуға финанс ярҙамы ебәрәм”. Ауылдаштарҙың шундай ихласлығы һәм эскерһеҙлегенән күңелдәр тулыша хатта. Рәхмәт уларға.

Белешмә. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Контракт төҙөүсе хәрбиҙәр тәүге айҙа 1 720 000 һум күләмендә түләү аласаҡ.

Өфө ҡалаһы контрактниктар өсөн бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙе 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһы шулай уҡ контрактниктарға ошо уҡ күләмдә аҡса түләй. Тулыраҡ мәғлүмәтте 122, 8 800 550 5525 телефондары  аша, шулай уҡ Башбат.рф сайтында алып була.

Динә Арыҫланова.

Тәтешле районы.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

“Изгелек донъяһы”ның йылыһы һәр кемгә етерлек
“Изгелек донъяһы”ның йылыһы һәр кемгә етерлек
“Изгелек донъяһы”ның йылыһы һәр кемгә етерлек
“Изгелек донъяһы”ның йылыһы һәр кемгә етерлек
“Изгелек донъяһы”ның йылыһы һәр кемгә етерлек
“Изгелек донъяһы”ның йылыһы һәр кемгә етерлек
“Изгелек донъяһы”ның йылыһы һәр кемгә етерлек
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас