Геройҙар дәүере
24 Октябрь 2024, 17:30

Радий Хәбиров һәм Анна Цивилева “Ватан һаҡсылары” фонды филиалында булды

Фондтың Башҡортостан филиалы — Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе. Республиканың ҡала һәм райондарында 97 социаль координатор эшләй.

Радий Хәбиров һәм Анна Цивилева “Ватан һаҡсылары” фонды филиалында булдыРадий Хәбиров һәм Анна Цивилева “Ватан һаҡсылары” фонды филиалында булды
Радий Хәбиров һәм Анна Цивилева “Ватан һаҡсылары” фонды филиалында булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән статс-секретарь – Рәсәй оборона министры урынбаҫары, “Ватан һаҡсылары” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Дәүләт ярҙамы фонды рәйесе Анна Цивилева “Ватан һаҡсылары” фонды филиалында булды

«2023 йылдың июненән бында 28 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Улар - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары, һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындары. Төп мәсьәләләр - ярҙам сараларын тәғәйенләү, юридик һәм медицина ярҙамы, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын, федераль һәм төбәк түләүҙәре алыу. Уларҙың күбеһе хәл ителгән дә инде", - тип хәбәр итте социаль селтәрҙә төбәк етәксеһе. Фонд филиалы шулай уҡ медицина һәм социаль реабилитацияла, дарыуҙар һәм реабилитация саралары алыуҙа, шифахана-курорт дауалауҙа, психологик ярҙам күрһәтеүҙә, ветерандарҙы ҡайтанан уҡытыуҙа һәм эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтә

Анна Цивилева шулай уҡ стоматология поликлиникалары менән берлектә «Яугирҙең сәләмәт йылмайыуы» һәм МХО ҡатнашыусылары балалары өсөн «Беҙ үҙебеҙ менән йылмайыу алып киләбеҙ» проекттарын юғары баһаланы.

"Фондтың Башҡортостан филиалы — Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе. Республиканың ҡала һәм райондарында 97 социаль координатор эшләй. Улар ысын күңелдән эш өсөн борсолған, һәр мәсьәләне хәл итеүгә күңел һалған кешеләр. Бында көслө команда барлыҡҡа килгән. Филиал төрлө йәмәғәт берләшмәләренең көстәрен берләштерә, улар гуманитар ярҙам йыйыу, патриотик тәрбиә мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Күп кенә ветерандар өсөн был урын икенсе йорт кеүек. Улар бында мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн генә килмәй. Ҡайһы берҙә йылы шарттарҙа сәй эсеп аралашыу өсөн дә. Һәм был бик яҡшы", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2024-10-24/radiy-habirov-i-anna-tsivilyova-pobyvali-v-filiale-fonda-zaschitniki-otechestva-3981979

Фото: Радий Хабиров ВК.

Радий Хәбиров һәм Анна Цивилева “Ватан һаҡсылары” фонды филиалында булды
Радий Хәбиров һәм Анна Цивилева “Ватан һаҡсылары” фонды филиалында булды
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас