Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
24 Октябрь , 17:00

Йылайырҙар яугир яҡташтарына ярҙам оҙатты

Махсус хәрби операция биләмәһенә ике УАЗ машиналары оҙатылды.

Йылайырҙар яугир яҡташтарына ярҙам оҙатты
Йылайырҙар яугир яҡташтарына ярҙам оҙатты

Йылайыр районы халҡы өсөн махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яҡташ егеттәрҙең яҙмышы бик мөһим. Район халҡы яҡташтарына бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Ауыл биләмәләрендә йәшәгән халыҡтың да был йүнәлештә бик күп эштәр башҡарыуы тураһында даими рәүештә социаль селтәрҙә баҫыла.

Кисә Йылайыр халҡы тағы ла ҙур изге эште атҡарып сығарҙы  - махсус хәрби операция зонаһына ике автомобиль - УАЗ машиналары оҙатты.

Бөгөн һәр кемдең тик бер генә теләге - тиҙерәк һуғыш бөтһөн, яугирҙәр йорттарына иҫән-һау, теүәл әйләнеп ҡайтһын!

Афарин, йылайырҙар!

Фото:  "Барыһы ла Еңеү өсөн" төркөмөнән

 

Йылайырҙар яугир яҡташтарына ярҙам оҙатты
Йылайырҙар яугир яҡташтарына ярҙам оҙатты
Йылайырҙар яугир яҡташтарына ярҙам оҙатты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: