Геройҙар дәүере
26 Октябрь 2024, 05:00

Аҡһаҡал яугирҙәргә мотоцикл ебәргән

 91 йәшлек Талха Яҡупов үҙенең «Урал» мотоциклын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға оҙатҡан. Афарин, олатай!

Аҡһаҡал яугирҙәргә мотоцикл ебәргәнАҡһаҡал яугирҙәргә мотоцикл ебәргән
Аҡһаҡал яугирҙәргә мотоцикл ебәргән

Башҡортостандан 91 йәшлек Талха Яҡупов үҙенең «Урал» мотоциклын махсус хәрби операция яугирҙәренә оҙатҡан. Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәгән яҡташыбыҙҙың был аҙымы тураһында Ишембай районы хакимиәте хәбәр итә.

«Талха Әбүталип улы быуынына өлкәндәр менән бер рәттән һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы күтәрергә тура килә, шуға ул тыныс ваҡыттың ҡәҙерен яҡшы аңлай. Бындай ҡарарҙың сәбәптәрен һорашҡас, ул беҙгә ҡыҫҡа ғына итеп яуап бирҙе: «Тыуған илде һаҡлау өсөн!», – тиелә Ишембай районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

Минең әле тик торған ауыр һәм ҡеүәтле ике тәгәрмәсле техникам Донбастың фронт юлдарында башҡорт яугирҙәренә нығыраҡ кәрәк, тип иҫәпләй аҡһаҡал.

Афарин, Талха олатай!

Фото һәм сығанаҡ: Ишембай районы хакимиәте сайтынан

Аҡһаҡал яугирҙәргә мотоцикл ебәргән
Аҡһаҡал яугирҙәргә мотоцикл ебәргән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас