“Мөрәжәғәт итеүселәр күп, улар араһында юридик, психологик, медицина йүнәлешендәге һорауҙар бар”, - ти Күмертау ҡалаһынан фонд хеҙмәткәре Светлана Гречушкина.
Инвалид ветерандарға реабилитация, яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам һәм башҡа барлыҡҡа килгән мәсьәләләрҙе ҡала хакимиәте һәм структураһы менән бергәләшеп оператив закон сиктәрендә хәл итергә тура килә. Яугирҙәр - түләүҙәр, атай-әсәйҙәренә шифахана-курорт юлламалары, реабилитация һорауҙары буйынса ла мөрәжәғәт итә.
Ярҙам итеү саралары арта, ошоға тиклем балаларына ҡағылышлы мөрәжәғәттәр күп булһа, хәҙер махсус хәрби операция ветерандарын техник саралар менән тәьмин итеү, адаптацияға иғтибар ҙур. Реабилитация буйынса кресло, өҫтәлмә функциялар менән тулыландырылған кресло-коляскалар, спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар, вертикализаторҙар юллау мөмкинлеге бар.
Яңыраҡ Күмертау егете фонд аша Мәскәү янындағы шифаханала реабилитация курсы үткән, ошо көндәрҙә шәхси вертикализатор алып ҡайтырға тейештәр.
Светлана Евгеньевна әйтеүенсә, реабилитацияның техник сараларын һатып алыуға электрон сертификат хаҡына өҫтәмә түләүҙәр индерелә. Контракт буйынса хеҙмәт иткәндәр, ветерандар, ҡатындары, балалары, туғандары - һәммәһе дәүләт ярҙамын, ҡайғыртыуын аңлап белеп тора.