Салауат районы егете, “Башҡорт” позывнойлы яугир алғы һыҙыҡта өсөнсө тапҡыр яраланған һәм әле Смоленск ҡалаһындағы госпиталдә дауалана. Ул яҡташтарына, тыуған яғына ҡайнар сәләмдәрен ебәреп, һауыҡҡандан һуң мотлаҡ ауылына ҡайтасағын белдергән.
“Күптәр мине юғалтҡандыр, мин иҫән-һау, көс-ҡеүәт етерлек! Эйе, яраландым, әммә һауыға башланым. Операциянан һуң реабилитация. Барыһы ла яҡшы булыр тип ышанам. Мотлаҡ осрашасаҡбыҙ!”– тип хәбәр итә яугир.
Салауат районы егете ысын герой. Ул һаман да яу ҡырына ашҡына. Тулыһынса һауыҡҡандан һуң йәнә хеҙмәттәштәре янына китмәксе. “Башҡорт” еңеүҙең беҙҙең ил яғында булыуына ышана. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!
Фото: https://vk.com/club175284210