Геройҙар дәүере
28 Октябрь 2024, 05:00

Яугирҙәргә - кейеҙ билбауҙар

Уларҙы Белорет районының Инйәр ауылындағы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙары эшләй.

Яугирҙәргә - кейеҙ билбауҙарЯугирҙәргә - кейеҙ билбауҙар
Яугирҙәргә - кейеҙ билбауҙар

Был кейеҙ билбауҙарҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн Белорет районы Инйәр ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙары эшләй.

Билбауҙарҙы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташтары аша биреп ебәрәләр. Оҫтабикәләрҙең иң өлкәне – Рәхимә Сабир ҡыҙы Рамазанова. Киләһе йылдың февралендә уға 90 йәш тула.

"Белорет егеттәре ышаныслы, көслө, ата-әсәләренең һәм илебеҙҙең лайыҡлы улдары, уларҙың һынатмаҫына ышанабыҙ", - ти ағинәй.

Инйәр һәм Инйәр ауыл хакимиәтенә ҡараған башҡа ауылдарҙан махсус хәрби операция биләмәһендә 47 егет хеҙмәт итә. 11 ир-ат билбау менән тәьмин ителгән, ҡалғандары өсөн дә билбау баҫыу дауам итә.

Оҫтабикәләр бар яҡташтарына именлек һәм Еңеү менән тиҙерәк өйҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй.

Фото: "Инйәр ағинәйҙәре" төркөмөнән.

Яугирҙәргә - кейеҙ билбауҙар
Яугирҙәргә - кейеҙ билбауҙар
Яугирҙәргә - кейеҙ билбауҙар
Яугирҙәргә - кейеҙ билбауҙар
Автор:Карима Усманова
Читайте нас