Геройҙар дәүере
28 Октябрь 2024, 11:00

Яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар отряды төҙөлә

Беҙҙең республикала МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу ярҙам сараһы тормошҡа ашырыла 

Яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар отряды төҙөләЯугирҙәргә ярҙам итеү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар отряды төҙөлә
Яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар отряды төҙөлә

Бөгөн, 28 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.

Республикала бөтәһе 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һөйләүенсә, төбәктә хәрби округта ҡатнашыусыларҙың балаларына айырым иғтибар бүленә. Әйтәйек, 5-11-се кластарҙағы 7,9 мең уҡыусы һәм колледж студенты бушлай йылы аш менән тәьмин ителгән. 2,1 мең кеше шифахана-курорт дауалауын алған, тағы ла 2,9 мең хәрби хеҙмәткәрҙең балаһы һауыҡтырыу лагерҙарында ял иткән.

Башҡортостан шифаханалары 4510 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыны һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ҡабул иткән. Шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар менән 735 кеше тәьмин ителгән.  Медицина ойошмаларында – 2,5 меңдән ашыу, «Ғаилә» үҙәктәрендә 6 мең самаһы яугир консультация һәм психологик ярҙам менән файҙаланған. 622 махсус операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр буйынса уҡыуға сертификаттар алған. 1 825 яугиргә бушлай юридик ярҙам күрһәтелгән.

Ярҙамдың мөһим өлөшө – яраланғандан һуң өйөнә ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе медицина реабилитациялауы. Мәҫәлән, 896 кеше ошо ярҙам төрө менән файҙаланған. 256 МХО ҡатнашыусыһы кәрәкле техник реабилитация саралары менән тулыһынса тәьмин ителгән.

Ленара Иванова шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалы эше тураһында һөйләне. Учреждение асылғандан алып бында 28 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, 68 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Фонд филиалының берҙәм күп каналлы номеры (8 (347) 268-01-02) 9,5 мең самаһы шылтыратыу ҡабул иткән. Социаль координаторҙар 9 мең тапҡыр хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә һәм улар ҡатнашлығындағы сараларға барған.

Кәңәшмәлә Радий Хәбиров республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына реабилитация өсөн ҡорамалдар сығарған предприятиеларға дәүләт ярҙамын дауам итергә ҡушты.

Шулай уҡ Башҡортостан госпиталдәрҙә махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар отрядын ойоштороу башланғысы хаҡында әйтте. Республикабыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары төбәк етәксеһенә үҙҙәре ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән.

Бында һүҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы МХО биләмәһенә медицина ярҙамы күрһәтеүгә оҙатыу хаҡында бармай. Отрядтың төп тәғәйенләнеше – яугирҙәрҙе тәрбиәләү, улар хаҡында хәстәрлек күреү.

– Миңә ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, госпиталгә яугир егетте килтерәләр. Кейем-һалымы – ҡанлы, бысраҡ. Был медицина хеҙмәткәрҙәренең эше түгел, ә тәрбиәләргә кәрәк. Табиптар өлгөрмәй ҙә. Беҙгә бик күптәр мөрәжәғәт итә, туғандары ла һорай. Улар өйҙә генә сыҙап ултыра алмай. Уларҙы бер отрядҡа туплап, Оборона министрлығының баш медицина идаралығына, ЛХР хөкүмәтенә сығырға кәрәк. Ебәреү буйынса бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Был кәрәкле эш. Ул тап шунда барырға теләгән кешеләр өсөн. Бәлки, оҙатыр алдынан йыйырға һәм медицина буйынса тактик күнекмәләр бирергә лә кәрәк булыр, - тип белдерҙе республика етәксеһе.

Фото: https://vk.com/public214090581

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас