Геройҙар дәүере
29 Октябрь 2024, 10:00

Тағы бер яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исеме бирелде

Рязань ҡалаһында Максим Рыбаковтың туғандарына һәм яҡындарына “Алтын йондоҙ” миҙалын һәм маҡтау грамотаһын тапшырыу тантанаһы үтте

Тағы бер яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исеме бирелдеТағы бер яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исеме бирелде
Тағы бер яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исеме бирелде

Рәсәй Президенты Указы менән Белорет районында тыуып үҫкән, һауа-десант ғәскәрҙәре офицеры, гвардия капитаны Максим Радикович Рыбаковҡа (үлгәндән һуң) Рәсәй Геройы исеме бирелде.

2024 йылдың 2 февралендә 98-се гвардия һауа-десант дивизияһының 299-сы гвардия полкы батальоны командиры вазифаһында дошмандың һөжүмен тотҡарлап, гвардия капитаны Максим Рыбаков, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, батальондың тотороҡһоҙ оборона участкаһын батальондың дөйөм ғәскәри резервы менән көсәйтергә ҡарар итә, подразделениеның хәрби тәртиптәрендә командованиены үҙ өҫтөнә ала. Уның яйға һалынған һәм дөрөҫ ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә дошмандың һөжүмгә күсергә маташыуын туҡтатыу мөмкин була. Дошман, үҙенең подразделениеларының сигенеүен ҡаплап, утлы һөжүмен дауам итә. Яуҙа Максим Рыбаков үлемесле яралана.

Максим Рыбаков 1990 йылдың 3 ғинуарында Белорет районының Үрге Арша ҡасабаһында тыуған. Белорет ҡалаһының 17-се гимназияһында уҡый. VIII кластан һуң Екатеринбург Суворов хәрби училищеһына, һуңынан армия генералы В.Ф. Маргелов исемендәге Рязань юғары хәрби һауа-десант команда училищеһына уҡырға инә.

2013 йылда уҡыуҙы тамамлағандан һуң Кутузов һәм Александр Невский орденлы 98-се гвардия Һауа-десант Свирск Ҡыҙыл Байраҡ дивизияһына хеҙмәткә ебәрелә. Гвардия парашют-десант удар 331-Се Кострома полкында хеҙмәт итә, унда парашют-десант взводы командирынан батальон штабы начальнигына тиклем юл үтә.

Хеҙмәт итеү осоронда Максим Радикович Поляр түңәрәк артында подразделениеларҙың уҡыу десант күнекмәләрендә, 2014 йылда Ҡырғыҙстанда, Украинала тыныслыҡ урынлаштырыу сараларында ҡатнаша.
“Батырлыҡ өсөн”, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Хәрби берләшмәне нығытҡан өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. 2018 йылдан парашют-десант ротаһы командиры. Бер нисә тапҡыр Сүриә Ғәрәп Республикаһы биләмәһендә махсус һәм хәрби бурыстар үтәүҙә ҡатнаша. I дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, III дәрәжә “Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Украинаға махсус хәрби операция башлағандың беренсе көнөнән парашют-десант ротаһы командиры вазифаһында китә. Хәрби бурыстарҙы үтәү барышында II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары, шулай уҡ Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

Рязань ҡалаһында, Һауа-десант ғәскәрҙәре тарихы музейында, Максим Радик улының туғандарына һәм яҡындарына “Алтын йондоҙ” миҙалын һәм маҡтау грамотаһын тапшырыу тантанаһы үтте. Залда геройҙың ҡатыны Светлана Сергеевна, улы Дмитрий, әсәйе Елена Геннадьевна, Рязань өлкәһе губернаторы Павел Малков, Штаб начальнигы, Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре командующийының беренсе урынбаҫары, генерал-лейтенант Анатолий Концевой, армия генералы В.ф. Маргелов исемендәге исемендәге Рязань юғары хәрби һауа-десант команда училищеһы курсанттары һәм офицерҙары, юнармиясылар ҡатнашты.

– Максим Радик улы – Белорет районынан Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған өсөнсө кеше. Райондан 13 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә эйә, тағы берәү – Хәрби Дан Орденының тулы кавалеры. Белореттар яҡташтары менән лайыҡлы ғоруралана, –тип белдерҙе Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

Фото: vk.com/beloradm?from.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас