Ватанға дошман янаған саҡта, башҡорт ир-егеттәре һәр саҡ алғы сафта булған – быны тарихтан яҡшы беләбеҙ. Әле барған махсус хәрби операцияла ла Башҡортостан улдары һынатмай, иңдәренә ятҡан Тыуған илде һаҡлау бурысын фиҙакәр үтәй.
Тыуған яҡҡа ялға ҡайтҡан араһында ғына осрашып һөйләшкән геройыбыҙ “Муха” – Әбйәлилдә тыуып үҫкән егет. Күптән инде, әрме хеҙмәте тамамланғас та, һалдат булыуҙы профессиональ бурысы итеп һайлаған ул – 2012 йылдан алып контракт буйынса хеҙмәт итә.
Ысын башҡорт батырҙарына хас булғанса, “Муха” бик тыйнаҡ, аҙ һүҙле, үҙе тураһында һөйләүҙе үҙһенмәй. Уның иңендә үтә яуаплы йөк ята, сөнки иң ҡатмарлы бурыстарҙы үтәгән команда – махсус тәғәйенләнешле подразделениеның (спецназ) айырым отряды, штурмлаусылар отделениеһы командиры. Хәрби наградалары бихисап, араһында Шайморатов генерал миҙалы ла бар, ул – командир өсөн иң ҡәҙерлеләрҙән.
– Быға ҡәҙәр Кавказ яғында хеҙмәт иттек, ә 2022 йылдың февраленән алып махсус хәрби операция ҡуйған бурыстарҙы үтәйбеҙ, – тип ҡыҫҡа ғына бәйән итә ул.
Ә бына яуҙаштары тураһында һөйләгәндә “Муха” йәнләнеп китә.
– Егеттәр араһында милләттәштәребеҙ күп. Бик ҡыйыу, ауырлыҡтарға һыр бирмәй торған заттар. Яҡташтар араһында Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ егеттәре, Өфө районыныҡылар, Өфөнөкөләр ҙә бар. Бер-беребеҙгә терәк булып, аңлашып хеҙмәт итәбеҙ, алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙә берҙәмбеҙ. Егеттәр менән оҙаҡ йылдар бергә хеҙмәт иткәс, һәр ҡайһыбыҙҙың холҡон өйрәнеп бөткәнбеҙ, көслө яҡтарын беләбеҙ, бер кем дә ауыр мәлдә икенсе берәүҙе ташламаҫына, арҡа ҡуйырына ла инанғанбыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, яуҙаштарым – ныҡ ышаныслы егеттәр. Командир булараҡ, һәр береһенә үҙемә ышанған кеүек ышанам, – ти ул ғорурлыҡ менән, яҡташтар менән хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре тураһында ҡыҙыҡһынғас.
Махсус тәғәйенләнешле отрядта физик һәм әхлаҡи-психологик тарафтан ныҡ әҙерлекле, был яҡтан ныҡлы һынау үткән ир-егеттәр хеҙмәт итә. Хатта ялға ҡайтҡан саҡтарында ла күнекмәләр тынмай, экстремаль шарттарға әҙерлек шымартыла.
“Муха”ның ялға ҡайтҡанын Башҡортостанда, Өфөлә үҙ ғаиләһе – ҡатыны Юлиә менән ике ҡыҙы көтә. Ҙуры 3-сө класта булһа, бәләкәсе әле балалар баҡсаһына йөрөй. Юлиә лә – Әбйәлил ҡыҙы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булғанса, ул да сәбәләнмәй, хис-тойғоларын тышҡа сығармай, сабырлыҡ менән иренең иҫән-һау ҡайтыуын көтә. Һәм, әлбиттә, тыуған төйәге Әбйәлилдә “Муха”ны дүрт күҙ менән ата-әсәһе көтөп ала.
– Өлкән ағайым да инде күптән, 2006 йылдан алып контракт буйынса хеҙмәт итә, шуға ла атайым менән әсәйем улдарының хәрби хеҙмәттә булыуҙарын аңлап ҡабул итә, сабырҙар. Ҡайғырһалар ҙа, белгертмәйҙәр, изге теләктәрен әйтеп, фатихаларын биреп оҙатып ҡалалар, – ти ул. Унан, ғәжәпләндереп:
– Хәҙер ҡустым да минең менән бергә хеҙмәт итә, – тип өҫтәп ҡуя.
Бына шулай, “Морпех” та, ағайҙарынан өлгө алып, ҡыйыу рәүештә Ватан мәнфәғәттәрен яҡлау бурысын иңенә һалған. Бер ғаиләнән – өс ул махсус хәрби операцияла! Ата-әсәйҙәренә лә, үҙ ғаиләләренә лә сабырлыҡ һәм өмөт менән көтөргә генә ҡала.
Хушлашҡанда “Муха”, йылмайып:
– Аллаһ бирһә, Еңеү барыбер беҙҙең яҡта буласаҡ! – ти ышаныслы итеп.
Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Ошондай ҡалҡан булып торор батыр, көслө, тәүәккәл улдары булғанда, Тыуған ил бер ҡасан да бирешмәҫ!
Рәүилә Ғатауллина.
Фотолар – геройҙың шәхси архивынан.