Йылайыр районынан кескәй, әммә оло йөрәкле ирекмән София 3-сө класта уҡый. Ул ҙур теләк менән донъяға изгелек ҡылырға теләк белдергән.
Ҡыҙҙың атаһы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған. Әммә София, ошо юғалтыуға ҡарамаҫтан, яугирҙәргә тәм-том һәм файҙалы аҙыҡ һалынған ҡумта йыйған һәм урындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына алып килгән.
«Атайым яратҡандың барыһы ла ошонда, ул ошо тәмлекәстәрҙе ярата ине», – тигән София посылканы тапшырған саҡта.
Ихлас һәм баһалап бөткөһөҙ эше өсөн уның ата-әсәһенә рәхмәт!
Фото: телеграм