Бөгөн республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса иҫ киткес ҙур эштәр алып барыла. Был изге башланғыстан Хәйбулла районы ла ситтә ҡалмай.
Хәйбулла районы халҡы махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк яугирҙәргә кәрәк-яраҡ, йылы кейемдәр, маскировкалау селтәрҙәре, гуманитар ярҙам оҙата. Әле райондың һәр ауылында яҡташтары өсөн борщ, рассольник, быҡтырылған ит, шифалы сәйҙәр, тыуған яҡтың сәләмдәре булып сәксәк, сөсө икмәк, киптерелгән ҡорот, һалма әҙерләнә.
Мәҫәлән, Яңы Ергән ауыл мәҙәниәт йортонда «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылып, яугирҙарға шифалы сәйҙәр әҙерләгән.
"Сәй составына ҡарағат, ҡурай еләге, ер еләге, алма, ҡарағат, муйыл һәм сейә япраҡтары, шулай уҡ календула сәскәләре, бөтнөк, мәтрүшкә, кейәү үләне, әлморон емештәре һәм һинд сәйен ҡуштыҡ. Был эсемлек йылдың һалҡын ваҡытында ил һаҡсыларын йылытыуҙан тыш, уларҙың иммунитетын да нығытасаҡ. Ә уның тәме һәм еҫе тыуған яҡтарын хәтерләтәсәк", - ти яңы ергәндәр.
Сиҙәм ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәр өсөн борщ партияһын әҙерләгән. Йәшелсәләрҙе битараф булмаған кешеләр биргән. Былар барыһы ла эшкәртелеп, 40 банка әҙер продукция килеп сыҡҡан.
“Беҙҙең ярҙам СВО яугирҙары өсөн бик кәрәк. Тыуған яҡ күстәнәсе булып егеттәргә барып етһен. Ауыл халҡы ил яҙмышына битараф түгел, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша”, - ти сиҙәмдәр.
Шулай уҡ башҡа ауыл халҡы ла яҡташтарына гуманитар ярҙам туплауҙы дауам итә. Тиҙ арала йыйылған ярҙам яугирҙәргә оҙатыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Өфөлә "Төнъяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.
Пунктты Өфө, Элеваторная урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18-65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.
Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.
Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре".